

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" пенталогияһы буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектакль сәхнәгә сығасаҡ. Был хаҡта театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов белдергән. Ул драматург Ангиза Ишбулдина менән инсценировка өҫтөндә эшләй, ә артистар, ялда булыуға ҡарамаҫтан, әҫәр менән танышыуҙарын дауам итә . Улар хатта «Бөйрәкәй менән бергә ял итәбеҙ» тигән флешмоб ойошторғандар. Мәҫәлән, Зиләрә Юлтаева "Бөйрәкәй"ҙе Абхазияла диңгеҙ буйында уҡыһа, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар мәғрүр Кавказ тауҙарында әҫәр менән таныша.
- Премьера датаһы әлегә билдәле түгел, артистарҙың отпускыһынан һуң репитицияларҙы башлаясаҡбыҙ. Төп баҫым Фәүзиәнең ғаиләһенә яһала, улар ҡалған персонаждар, ағаһының ғаиләһе һәм апалары менән тоташа. Тамаша кулактарҙы бөтөрөү осоронан алып һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осор ваҡиғаларын үҙ эсенә ала, СССР тарҡалғанға тиклем, тиергә мөмкин. Ә романдың һуңғы өлөшө ҡаралмай, бәлки, һуңғы һүҙ булараҡ күрһәтелер, - тигән театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов.
Ә беҙгә, тамашасыларға тиҙерәк "Бөйрәкәй"ҙе сәхнәгә күрергә яҙһын!
Фото: "Башдрамтеатр" төркөмөнән