

Йәш һәм өмөтлө ижадсы, "Шоңҡар” журналы хәбәрсеһе Заһиҙә Мусинаның беренсе китабы донъя күрҙе. “Килен” тип аталған йыйынтыҡ бер нисә әҫәрҙән тора.
“Тәүге китапты ҡулға алғас, ышанманым. Яҙышҡан кешеләр, моғайын, аңлар, китап сығарыу бер ҙә еңел эш түгел. Шуға "Килен" минең өсөн уңыш та, еңеү ҙә, шатлыҡ та! Бындай мөмкинлек өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзына айырыуса рәхмәтлемен!” – ти автор.
Заһиҙәгә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! "Килен"ең ҡотло булһын, тағы ла күп китаптарың донъя күрһен, үҙ уҡыусыларың булһын!
Заһиҙә Мусина - Йылайыр районы ҡыҙы.
Фото: "Бәйләнештә"