

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбаловтың ижады менән таныш булмаған кеше бик һирәктер. Моңло, мәғәнәле йырҙар башҡарыуы менән ул тамашасы күңелен күптән арбаны. Ә сәнғәткә һөйөү уға ата-әсәһенән күскән. Атаһы Садиҡ Шаһыбалов Әбйәлил районының Амангилде ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне. Уның халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыуы әле һаман күңелдә һаҡланып ҡалған. Ә әсәһе Рәйлә Исхаҡ ҡыҙы Амангилде урта мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Ул да сәнғәткә ғашиҡ ине. Шуға Рөстәмдең дә йырсы булып китеренә бер кем дә шикләнмәне. Бала сағынан ул сәхнәлә сығыш яһаны.
Бөгөн иһә һеҙҙең иғтибарға билдәле артистың атаһы Садиҡ Шаһыбалов башҡарыуында йырҙы һәм түбәндә уның һүҙҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Яҙмыштар
Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре,
Илнар Миранов көйө.
Яҡындарыңды юғалтҡас,
Ғүмерҙең ҡәҙере арта.
Ә бит юғалтыу йәнеңде
Бары һағышҡа тарта.
Тормош мәшәҡәте тип
Донъя ҡыуған булабыҙ.
Ҡай сағында моңһоу булған
Уйҙар менән тулабыҙ.
Хоҙай бирһә, бирһен инде
Оҙон булған ғүмерҙе.
Күпме теләк теләһәк тә,
Яҙмыштар төрлө-төрлө.
Матур итеп үтһәк ине
Хоҙай биргән ғүмерҙе.
Хәүеф-хәтәр, ҡайғы-хәсрәт
Тик өҙмәһен бәғерҙе.
Тормош мәшәҡәте тиеп,
Донъя ҡыуған булабыҙ.
Ҡай сағында моңһоу булған
Уйҙар менән тулабыҙ.
Хоҙай бирһә бирһен инде
Оҙон булған ғүмерҙе.
Күпме теләк теләһәк тә,
Яҙмыштар төрлө-төрлө.