

1 августа быйылғы йылда уҙғарыласаҡ кино өлкәһендәге проекттар өсөн гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Гранттар фонды һәм Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы уҙғара.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Үҙебеҙҙең ҡыҙыҡлы, яҡты башҡорт кинолары күберәк булыуын теләйем. Бигерәк тә төрлө жанрҙағы яңы фильмдар барлыҡҡа килһен һәм кино һөйөүселәргә уларҙы күрергә мөмкинлек булһын ине. Был коллектив Көнбайыш менән ҡаршылыҡ фонында зиһендәр өсөн көрәш шарттарында айырыуса мөһим. Ә инде үҙебеҙ төшөргән кино һәр тамашасыға барып етһен өсөн, республика буйлап кино залдарын асыуҙы дауам итәбеҙ”, – тине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Гранттар фонды, Радий Хәбировтың ҡарары буйынса кинематография өлкәһендәге проекттарҙы ҡеүәтләү маҡсатында, махсус конкурсҡа 50 миллион һум бүлде.
Был аҡсаны нисек юллап алырға була?
Коммерция нигеҙендә дәүләт ойошмаһы булмаған, йәғни ойошманың составында дәүләт органдарының учредителдәре булмаған, иҡтисади эшмәкәрлеге ОКВЭД буйынса кинематографияға бәйләнгән һәм бер йыл элек теркәлгән ойошмалар конкурсҡа ғариза яҙа ала.
Улар быйыл 1 августан 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы, документтарҙан башҡа, ғаризаға фильмдың презентацияһын һәм сценарийын да индерергә кәрәк.
Грантглавы102.рф сайтында ғаризаны теркәргә һәм конкурстың положениеһы менән ныҡлап танышырға була.
Ғаризалар түбәндәге 10 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:
Еңеүселәр өсөн гранттың иң ҙур күләме 15 миллион һум тәшкил итә.
Фотолар: Автор фотоһы һәм Грантглавы102.рф сайтынан.