

Мәләүез шағирәһе Зоя Йәрмөхәмәтованың интернет селтәрендә донъя күргән шиғырҙары күңел түрендә урын алды, уның менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.
– Исемегеҙҙе кем уйлап тапты, апай?
– Патриотлыҡ тойғоһо көслө ине заманында. Атайым, Зоя Космодемьянскаяның батырлығына таң ҡалып, ғорурланып, уның исемен нарыҡлаған да инде.
– Үҙегеҙ менән таныштырып уҙһағыҙсы.
– Сығышым менән Шәрип ауылынанмын. 30 йыл Мәләүез химия заводында эшләп, 2002 йылда 45 йәштә хаҡлы ялға киттем. Тәүге шиғырҙарымды 2011 йылда ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына социаль селтәрҙә үҙемдең диуарыма һалдым. Уҡыусыларға оҡшаны, һуңғараҡ һәүәҫкәр композиторҙар иғтибар итә башланы. Хәйҙәр Дилмөхәмәтов, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Илдар Мәғҙәнов, Флүзә Хәлитова, Гөлнур Абдуллина, Дамир Солтанов, Нәзирә Ишҡолова, Насип Һаҡмаров, Муса Смаҡов һәм Рүзәлиә Ниғмәтуллинаға, шиғырҙарымды үҙҙәренең күңел моңдарына солғап, бик матур көйҙәргә һалғанына рәхмәт. Хәҙер шиғырҙарыма яҙылған йырҙар һаны ҡырҡтан ашҡан.
– Нәфис һүҙгә кем һөйөү уятты, һеҙгә ижади илһам нисек килә?
– Минеңсә, талант Хоҙай Тәғәләнән бирелә. Шиғыр йәки йыр яҙырға кешенән өйрәнеп булмайҙыр ул. Сәнғәт институтын тамамлап та, ғүмер буйы сәхнәнән төшмәй, әммә матур итеп халыҡсан һөйләшергә өйрәнә алмаған артистар ҙа бар.
Миңә килгәндә, шиғырҙарҙы кемдер әйтеп яҙҙырған кеүек. Уйыма килгәнде ҡағыҙға һалып өлгөрмәһәм, онотола.
– Һеҙҙең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар халыҡсанлығы менән айырылып тора, тыңлауы еңел. Ижади уңыштар теләйбеҙ, Зоя Вәлиулла ҡыҙы!
ЯНДАРЫМДА ӘГӘР БУЛМАҺАҢ...
Сәстәремде йомшаҡ елдәр һыйпай,
Ул елдәрҙә һинең наҙҙарың,
Йөрәгемә яңы һулыш бирә
Һинең бүләк иткән яҙҙарың.
Ҡушымта:
Ниңә кәрәк миңә алһыу таңдар,
Ул таңдарымда һин булмаһаң,
Ниңә кәрәк миңә сағыл шәфәҡ,
Күңелемде һин йыуатмаһаң.
Уйҙарымда ғына һағындыра
Бик тиҙ үтеп киткән йәйҙәрем,
Талғын нурын һаман да юғалтмай
Һинең менән үткән көҙҙәрем.
Ҡушымта:
Ниңә кәрәк миңә йәмле йәйҙәр,
Һандуғасын яңғыҙ тыңлаһам,
Ниңә кәрәк миңә алтын көҙҙәр,
Моңһоуланғанда һин булмаһаң.
Тәүге ҡар бөртөктәрен елпетә
Етеп килгән һалҡын ҡыштарым,
Күңелемә наҙҙар өҫтәп торһаң,
Еңә алмаҫ мине һағыштарым.
Ҡушымта:
Ниңә кәрәк миңә ап-аҡ ҡарҙар,
Сафлығын һинһеҙ мин һулаһам,
Ниңә кәрәк миңә һалҡын ҡыштар,
Йән йылым әгәр һин булмаһаң.
ТӨШТӘРЕМДӘН КИТМӘ, ӘСӘЙ
Төштәремдә күреп һине, әсәй,
Иңдәреңә ҡулымды һалам,
Ләкин ҡапыл һине юғалтам да
Ҡараңғыла бер үҙем ҡалам.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә –
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Мин бит был донъяла айырылып,
Етем тороп ҡалған бер балаң.
Әйтерһең, һине эҙләгәндәй,
Уйҙарыма кереп юғалам,
Тауышыңды ишетер өсөн генә
Төштәремде мин көтөп алам.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә –
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Йылдар һине йырағайтҡан һайын,
Белһәң, әсәй, мин нисек һағынам.
Үткән ғүмерҙәрҙең хәтирәһе
Күҙ йәштәремдән юлдар һала,
Эргәләреңдә йыш була алманым,
Хәҙер тик үкенергә ҡала.
Ҡушымта:
Төштәремдән китмә, әсәй, китмә –
Һөйләшеп тә өлгөрә алмай ҡалам,
Тик йыраҡтан тауышыңды ишетәм:
”Ғүмер шулай үкенесле ул, балам”.
Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.