Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Август 2023, 05:33

Ҡор бәйләнеште нығытты

Тамъян ырыуы вәкилдәре йыйылды.

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Июндең матур көндәренең береһендә Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында Тамъян ырыуы ҡоро кәңәшмәһе һәм һабантуйы үтте.

Илкәнәйҙәр был сараға ныҡлы әҙерләнгән. Хуш еҫтәр бөркөп торған йәм-йәшел үләнле яландағы тирмә үҙенә әллә ҡайҙан әйҙәп, саҡырып тора. Һабантуй көрәшселәре өсөн майҙансыҡ эшләнгән, буласаҡ еңеүселәргә бүләге лә әҙер: бер түгел, ике һарыҡ көтөп ята. Менәм тигәненә бағанаһы ла ултыртылып, осона бүләктәр эленгән.

Ҡаҙандар аҫылған усаҡтар яғынан килгән төтөн менән тәмле аш еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ауылдың уңған гүзәл заттары иртә таңдан төрлө аш-һыуҙары, тәм-томдары күҙҙең яуын алырлыҡ табын әҙерләгән.

Сараға Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Зиннәт улы Аҡылов, Башҡортостан Милли музейы ди­ректоры, Тамъян ырыуы ҡорj башы Рөс­тәм Әхмәт улы Исхаҡов, Тамъян ырыуы ҡоро ағзаһы, йырсы Зилә Лира, Мәләүез район cоветы рәйесе, Мәләүез районы тамъяндары ҡор башы Кәрим Сәғитов, Мәләүез районы Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, Арыҫлан ауыл мәҙәниәт клубы ойоштороусыһы Гөлсөм Хисамет­динова, Мәләүез районы тамъяндары вәкиле Фәнил Яманаев, Миәкә районы тамъяндары вәкиле Әсғәт Бәширов килде.

Һабантуй алдынан тирмәлә Тамъян ырыуы ҡороноң сираттағы кәңәшмәһе үткәрелде. Унда февралдә Өфөлә уҙған тәүге кәңәшмәнән һуң ниндәй эштәр башҡарылыуы ентекле барланды. Ҡор башы Рөстәм Әхмәт улы беренсе планда торған мәсьәләләр, киләсәккә бурыстар һәм уларҙы яҡын арала хәл итеү, тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында ентекле һөйләне.

Көйөргәҙе тамъяндары ла ярты йыл эсендә байтаҡ эш башҡарған: Илкәнәй ауылы “Айыҡ тормош-2022” конкурсында ҡатнашҡан, ошо көндәрҙә ауыл биләмәһе хакимиәтенең тырышлығы менән Илкәнәйҙең үҙәк урамына асфальт түшәлгән. Был – ауыл халҡы өсөн оло ҡыуаныс. Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вахитов, уңған етәксе булыуы менән бер рәттән, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ул – Көйөргәҙе тамъяндары ҡор башы, Тамъян ырыуы ҡоро ағзаһы.

Быйыл Тамъян ырыуының II йыйыны Әбйәлил районында булырға тейеш ине. Инвестиция һабантуйы үткәрелеүгә бәйле, ул киләһе йылға күсерелде. Яҡҡан усаҡ һүрелмәһен өсөн, уға утын өҫтәп торорға кәрәккән кеүек, Рөстәм Миңлейән улы, район тамъяндары һабантуйын ойоштороу менән бергә, сираттағы кәңәшмә үткәреүҙе лә үҙ өҫтөнә алды. Бындай фиҙакәрлеге, илһөйәрлеге өсөн уға “Афарин!” тип әйтәһе килә. Ә әбйәлилдәр – сәмле, үҙе дәртле, үҙе уңған халыҡ ул, әйткән һүҙҙәренән ҡайтмаҫтар, тамъяндарҙың сираттағы йыйынын был район биләмәләрендә лә күрергә яҙыр.

Ҡунаҡтар район, ауыл хакимиәте етәкселәре, ырыу аҡһаҡалдары менән берлектә Илкәнәй тамъяндары әҙерлә­гән өҫтәлдәрҙе ҡарап, уларҙағы ниғмәт­тәрҙән ауыҙ итеп, сәй, ҡымыҙ эсте, Әли­баевтарҙың, Ишҡоловтарҙың, Әбдел­мәновтарҙың, Сәфәровтарҙың һәм башҡаларҙың шәжәрәләре менән ентекле танышты, уларҙың үҙ нәҫеле хаҡында ғорурланып һөйләгәндәрен ихлас тыңланы.

Быларҙың барыһы ла тиерлек Тамъян ырыуы бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫтары икән.

Артабан ялан сәхнәһенә бер-бер артлы байрам менән ҡотларға һәм сығыш яһарға Данил Аҡылов, Рөстәм Вахитов, Рөстәм Исхаҡов, Әсғәт Бә­широв, Тимер Ниәтшин һәм башҡалар күтәрелде, урындағы үҙешмәкәр артистарҙың, Фәнил Яманаев менән Зилә Лираның сығыштары байрам сараһын биҙәне. Рөстәм Исхаҡов Тамъян ырыуының йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм яҡташыбыҙҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Сара башланғанда уҡ ямғыр күҙе төшә башлағайны. Ул яйлап баҫып алып, яуа башланы. Бының өсөн бер кем дә ҡайғырманы, киреһенсә, барыһы ла шатланды ғына.

– Яуһын әйҙә, яуһын, беҙ ямғыр аҫтында торорға ла ризабыҙ, – тине байрамға килеүселәр.

– Һеҙ беҙгә рухи ныҡлыҡ ҡына түгел, шифалы ямғыр ҙа алып килдегеҙ, – тине көйөргәҙеләр ҡунаҡтарға.

Әсғәт БӘШИРОВ:

– Илкәнәй ауылында уҙғарылған һабантуй һәм ауылдаштар байрамында тупланған тәьҫораттар менән уртаҡлашмай булмай. Ырыуҙаштарыбыҙ – Илкәнәй менән Йомағужа ауылдары халҡына, Рөстәм Миңлейән улы Вахитов етәкселегендәге сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең Тамъян ырыуы вәкилдәре – ҡунаҡсыл, яғымлы, татыу, ойошҡан, туғанды туған итә белгән һәм таланттарға бай халыҡ. Байрам сараһынан тыш, ырыу ҡоро кәңәшмәһе үткәрелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ, тамъяндар, Башҡортостаныбыҙҙың бик ҙур өлөшөн биләп, төрлө төбәктәрҙә таралышып йәшәһәк тә, уй-фекерҙәребеҙ, теләк-ынтылыштарыбыҙ бер үк. Бөгөнгө сара – шуның асыҡ сағылышы.

 

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА:

– Бик тә кәрәкле, ваҡытлы осрашыу уҙҙы, йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы ырыуҙаштар йыйыны. Егеттәр, һеҙ – беҙҙең төп эште алып барыусылар, урынлы кәңәштәрегеҙ, фекер һәм пландарығыҙ бик оҡшаны.


Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Читайте нас