Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Август 2023, 10:30

"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ

Халыҡ уны Асау, ти. Арыҫланбәк Солтанбәков нуғай ҡыл-ҡумыҙын тергеҙгән, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай. 

"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ
"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтәсәк. 

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә нуғай йырсыһы һәм композиторы, Ҡарасай-Черкес Республикаһының халыҡ артисы, Ҡаҙағстандың Президент оркестры ағзаһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итәләр.

Халыҡ уны Асау тип йөрөтә. Мультиинструменталистың ижады нуғайҙар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә бик популяр. Асау нуғай ҡыл-ҡумыҙын тергеҙгән, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай. XV-XVII быуаттарҙағы шиғырҙарға көй яҙған.

Бөтә донъяға киң танылыу табасаҡ саранан һин дә тороп ҡалма! Килегеҙ, күрегеҙ һәм ҡарағыҙ! Фестиваль бик юғары үтәсәк, ти ойоштороусылар.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ
"Башҡорт аты"нда Асау сығыш яһаясаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас