Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Август 2023, 09:30

Шағирҙы иҫкә алғандар

Өфөлә В.В. Маяковский исемендәге скверҙа күренекле совет шағиры Маяковскийҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған шиғри байрам үткән.

Шағирҙы иҫкә алғандарШағирҙы иҫкә алғандар
Шағирҙы иҫкә алғандар

Уны Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән “Йәшлек” балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе ҡатнашлығында Киров районы хакимиәте ойошторған.

Байрамда ҡатнашыусылар Маяковскийҙың шиғырҙарын уҡыған, шағир тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләгән һәм уның илебеҙ әҙәбиәтенә, тарихына индергән өлөшөн баһалап үткән.

Тамашасылар алдында Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Рәйсә Хәбибназарова, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай һәм Хәсән Назар,

 Ә-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың 2-се корпусы ҡулланыусыларын хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Павел Прожиров, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының философия, социология һәм политология кафедраһы доценты Айһылыу Хөсәйенова, “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камаева, шағирҙар һәм тәржемәселәр Мадриль Ғафуров, Кристина Андрианова-Книга, Светлана Ғафурова, Зилә Ғәлләмова, Таврис Бабичев, шулай уҡ байрамды алып барыусылар – БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм шиғриәт байрамдарының инициаторы, БР Яҙыусылар союзының юмор һәм сатира секцияһы етәксеһе, халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты, Дуҫлыҡ ордены һәм В.В. Маяковский йәмәғәт ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов сығыш яһаған.
Иҫтәлекле әҙәби-мәҙәни сара аҙағында В.В. Маяковский һәйкәленә сәскә һалғандар.
Шағирҙы иҫкә алғандар
Шағирҙы иҫкә алғандар
Шағирҙы иҫкә алғандар
Шағирҙы иҫкә алғандар
Шағирҙы иҫкә алғандар
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас