Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Август 2023, 07:57

Ер ҡорто (Аҙағы)

Совхоз тарҡала башлағас, беҙгә лә өйрәт әле, тип килеүселәр йышайҙы. Әҡлимә танау ҙа сөйә ала ине, әммә үҙе булып ҡалды, тәжрибәһен ихлас уртаҡлашты.

Өс-дүрт йылда ныҡлап аяҡҡа баҫып алды ҡатын. Иркен генә ер алып, ике ҡатлы йорт та һалдыра башланы. Өй тирәләй төрлө-төрлө сәскәләр, емеш ағастары ла ултыртты. Теплицаларын киңәйтте. Күпләп картуф, сөгөлдөр, кишер сәсте. Өйөнөң янында йәшелсә ларегы ла асып ебәрҙе.

Күңелендә тағы бер уйы йөрөй. Эшенең йәнә бер тармағын асып ебәрмәксе ул, шуға ла бөгөн иренең ҡайтыуын көтөңкөрәй. Күберәк теге ҡатында ваҡыт уҙғарһа ла, өй хужаһы – ул бит. Кем менәндер кәңәшләшмәй булмай.

Мәхмүт һуң ғына ҡайтты. Кәйеф­һеҙ генә күренгән иренең алдына тәрилкәгә аш һалып ултыртты ла уның ҡаршыһынан урын алды.

– Мәхмүт, һөйләшәһе һүҙ бар ине, – тип уратыңҡырап ҡына башланы Әҡлимә.

Мәхмүт һағайып ҡатыны­на ҡараны ла, тыңлайым тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты. Үҙе бер туҡ­тауһыҙ ҡалағы менән ашын болғай. Күҙҙәре бер нөктәгә төбәлгән.

– Һин нисек уйлайһың, мини-консерва заводы асһам, ҡалайыраҡ булыр икән? Технологияһын яҡынса өйрәндем. Документтарын әҙерләшеп, асырға ярҙам итеп ебәрмәҫһеңме икән?

Мәхмүт арыу уҡ өндәшмәй ултырҙы.

– Яҡынса өйрәндем, тиһең инде. Яҡынса менән генә эш килеп сығырмы икән? Виза юллашып бирәм, сит илгә сығып өйрәнеп ҡайт әле һин, – тине. Үҙе һаман һынташ ҡиәфәтен һаҡланы.

– Ә балалар? Ә бындағы эш? Кемгә ҡалдырайым?..

– Мине бөтөнләйгә күңелеңдән һыҙып ташланыңмы ни, Әҡлимә?! – тип ир эскә батып киткән һа­ғышлы күҙҙәрен ҡатынына төбәне. Борсолоу күрҙе уларҙа ҡатын.

– Ғәфү ит мине бөтәһе өсөн дә, Әҡлимә?! Мин кире ҡайтам һиңә. Бер үҙеңә генә. Зинһар, ҡыума… Аңлайым, шул тиклем насар ҡыландым. Әммә һинең күңелең киң, беләм…

– Шунан? – Әҡлимәнең йөрәге дөпөлдәп тибергә тотондо. Ишеткән хәбәренә ҡыуанған да кеүек, йәне лә көйә.

– Әҡлимә, минең ҡыҙым бар икәнен беләһең. Уны ла ҡабул ит… Зинһар…

– Ә?! – Әҡлимә күҙенән осҡон­дар сәсрәтте, үҙе кинәйә менән, – теге бисәңде лә алып килмәйһеңме? Өр-яңы өй, ҙур, иркен… – тип һөйләнде.

– Ул бер әрмәнгә эйәреп сығып китте… – Мәхмүт башын түбән эйҙе.

Әҡлимә бер ултырҙы, бер торҙо, аптырағандан былай ҙа яп-ялтыр электр самауырын һөрткөләне. Эскеһе килмәһә лә, сынаяҡ тултырып сәй яһап алды.

– Ә ҡыҙың ҡайҙа?

– Машинала. Йоҡлай. Хәҙер индерәм.

Мәхмүт сығып киткәс, Әҡлимә ирендәрен ныҡ итеп тешләп, йөрәген тотоп ултырғысҡа сүгәләне. Күҙҙәренә йәш төйөлдө.

…Ике айҙан Әҡлимәне Англияға ире, ике улы һәм Мәхмүткә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ике йәш самаһындағы ҡыҙсыҡ оҙатып ҡалды.

- Гөлдәр ӘХМӘҘИШИНА

Читайте нас