

Баймаҡ районы – республикала йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Унда башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Райондың бөтә төр хужалыҡтарында 14 меңдән ашыу йылҡы аҫрала, шуның 4 мең 500 башы – фермер хужалыҡтарында. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповҡа республика сараһына әҙерлек барышы, икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә ниндәй маҡсаттар ҡаралғаны һәм төбәктә йылҡысылыҡ үҫеше хаҡында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
– Азат Булат улы, бар республиканы ғына түгел, тотош донъяны шаулатҡан икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек нисек бара?
– Бик ҡыҙыу, сөнки мөһим сараға төрлө илдәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә, шуға күрә фестиваль үтәсәк майҙандан алып юлдарға тиклем контролдә тотола. Һәр ат, һәр һыбайлы, уларҙың кейеме, аттарҙың паспорты, күргәҙмәләр – барыһы өҫтөндә махсус комиссия эшләй.
– Бүләктәр ҙә “елле” булмаҡсы...
– Эйе, икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло ат һанын арттырыу, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Бәйгелә еңеүсе өсөн төп бүләк – автомобиль. “Ауҙарыш” (аттарҙа көрәш), “Ылаҡ” (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа, “Тай-тулаҡ” (һыбайлылар чемпионаты), йәйәү һәм атта сабып барған килеш уҡтан атыу бәйгеләрендә лә бик шәп бүләктәр ҡаралған. Бер һүҙ менән әйткәндә, сара бик шәп буласаҡ, бүләктәр ҙә “елле”, “Башҡорт аты”нан ситтә ҡалмағыҙ, килегеҙ һәм күрегеҙ!
– Азат Булат улы, ғөмүмән, “Башҡорт аты” фестивале Баймаҡ районында даими ойоштороламы?
– Эйе, тәүге тапҡыр был сара 2014 йылда үтте. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина етәкселегендәге команда грант яуланы, бик ҙур һәм матур байрам ойошторолдо. Башҡорт атына бәйле йолалар күрһәтелде, йыр-моң яңғыраны, бейеүҙәр сәхнәләштерелде, бик бай күргәҙмә ойошторолдо, ат ярыштары үтте. “Башҡорт аты” байрамы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәрелде. Билдәле булыуынса, 2016 һәм 2018 йылдарҙа беҙҙең район командаһы республика данын Ҡырғыҙстанда яҡланы, һәм районда “Ылаҡ” милли уйынына нигеҙ һалынды. Улар, Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында ҡатнашып, призлы урын яуланы. Шулай уҡ беҙҙә “Тай-тулаҡ” бәйгеһенә нигеҙ һалынды.
Былтырҙан башлап райондың брендына әйләнгән төп сара – “Башҡорт аты” фестивале үтте, төп сағыу тамаша булып 500-гә яҡын аттарҙың парады булды. Быйыл иһә сара халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Үткән йыл Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙа-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнашты, быйыл иһә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Иран, Азербайжан илдәренән вәкилдәр килеүе көтөлә.
– Районда йылҡысылыҡ тармағы үҫешәме? Һуңғы ваҡытта ат спортын үҫтереү буйынса төрлө ат ярыштары үтә, “Терра Башкирия” ярыштарынан да ситтә ҡалмай Баймаҡ юртаҡтары. Бөгөн ат ул хужаһына ит, ҡымыҙ етештереүсе генә түгел, ә бик шәп “спортсы” булараҡ та табыш килтерә түгелме?
– Йылҡысылыҡ тармағы беҙҙең төбәк өсөн бик отошло, һуңғы ваҡытта ул төрлө яҡлап үҫеш ала. Кемдер йылҡыларҙы ҡымыҙ етештереү йә иһә итләтә һатыу буйынса үрсетә, бәғзеләр уларҙы спорт йүнәлешендә тәрбиәләү яҡлы. Элек район һабантуйҙарында ни бары 50-гә яҡын ат сабышҡа сыҡһа, бөгөн ябай ғына ат ярыштарында ла 100 – 150-гә яҡын һыбайлы бәйгелә ҡатнаша. Һуңғы ваҡытта төбәктә бик матур традиция барлыҡҡа киле: йылҡы тотоусылар, үҙ-ара килешеп, Урал аръяғы райондарында ат сабыштары, төрлө бәйгеләр уҙғара, Өфөлә үткән “Терра Башкирия” ярыштарында призлы урындар яулай.
Бөгөн республикала “Баймаҡ ҡымыҙы” тигән бренд барлыҡҡа килде, тиһәк тә була. Ҡымыҙ етештереүселәр йылдан-йыл арта, уны һатыу өсөн милли эсемлек сифатлы булырға тейеш, шунһыҙ клиенттарың булмауы ихтимал. Был тәңгәлдә районда ҡымыҙ етештереүселәр бик яуаплы ҡарай, шуға күрә ҡымыҙҙары сифатлы һәм тәмле. Баҙар иҡтисадында ул күптәргә конкурентлыҡ тыуҙыра һәм үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған эшҡыуарҙар тарафынан “Баймаҡ ҡымыҙы” тип алдап һатыусылар ҙа күбәйә бара. Был да үҙенә күрә реклама, тимәк, ысынлап та, беҙҙең ҡымыҙға еткән баһадирҙар эсемлеге юҡ (йылмая-авт.).
Бер һүҙ менән әйткәндә, шифалы, тәмле, сифатлы ҡымыҙ эсергә теләгән, башҡорт тоҡомло аттарҙы, төрлө ат сабыштарын, бихисап бәйгеләрҙе, иң шәп бүләктәрҙе, сағыу тамашаны һәм иң мөһиме – аттар парадын күрергә теләгәндәрҙе Баймаҡ еренә “Башҡорт аты” фестиваленә саҡырабыҙ!
– Азат Булат улы, үҙегеҙ ат яратаһығыҙмы?
– Әлбиттә! Мин бала саҡтан һыбай йөрөп үҫтем. Ҡартатайым йылҡы тотто, ҡыш буйы ҡымыҙ яһап эсә торғайныҡ. Өй һикеһендә ҡымыҙ ҡуйылған батман ултырҙы, уны һәр беребеҙ үткән-сүткәндә болғатып китергә тейешбеҙ, сөнки әсәйем шулай ҡуша, улай иткәндә, ҡымыҙ бер юлы бешелә. Ниндәй башҡорт ат яратмаһын?!
– Ысынлап та, һәр башҡорт ат ярата, ә баймаҡтар уны үрсетә, бынамын тигән шәп тамаша әҙерләй.
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы