Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Август 2023, 12:00

Гүзәл Уразова өс ҡатлы торт бешергән

Йырсы өйрәткәнсә, "Ҡарбуз" йәйге тортын һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ!

Гүзәл Уразова өс ҡатлы торт бешергәнГүзәл Уразова өс ҡатлы торт бешергән
Гүзәл Уразова өс ҡатлы торт бешергән

Дүрт бала әсәһе, популяр йырсы Гүзәл Уразованың ҡулынан килмәгән эше юҡ! Был юлы ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өс ҡатлы йәйге торт яһарға өйрәткән. Бының өсөн уға ҡарбуз, ананас, баҡса еләге - виктория, виноград кәрәк булған. Емештәрҙе үҙегеҙгә оҡшағанын да алырға мөмкиндер.

Ҡарбузды тышынан таҙартып, өс ҡат өсөн төрлө ауырлыҡтағы ҡарбузды түңәрәк формала ҡырҡырға. Артабан оҙон шпажкалар ярҙамында уларҙы бер-береһенә беркетергә кәрәк. Аҙаҡ үҙегеҙгә оҡшаған емеш-еләк менән биҙәп сығырға.

Ваҡытты ла тиҙ ала һәм матур ҙа сыға. Ә тәмлелеге... телеңде йоторлоҡ!

Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле!

Фото һәм видео: Гүзәл Уразованың сәхифәһенән

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас