Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Август 2023, 08:34

Белгестәр һәм ғалимдар киләсәк

Парадта 350 һыбайлы ҡатнаша.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында II “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале майҙандарын әҙерләү, шулай уҡ эшлекле, мәҙәни һәм спорт программаларын ойоштороу мәсьәләләре буйынса эштәр башҡарыла, юлға асфальт һалына, өр-яңы сәхнә әҙерләнә.

Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәрҙең һәм ғалимдарҙың килеүе көтөлә. Быйыл иһә фестивалдең мәҙәни-спорт программаһы ла халыҡ-ара статус аласаҡ. Командалар “Ылаҡ”, “Тай-тулаҡ” милли уйындарында, атта барған килеш уҡ атыу һәм башҡа ярыш төрҙәрендә ҡатнашасаҡ. Аттар парадында Башҡортостандан 350 һыбайлының сығышы көтөлә.

“Башҡорт аты” ҡунаҡтары өсөн “Оҫталар ҡаласығы”ның һөнәрмәндәр зонаһын ойоштороу ҡаралған. Унда милли аш-һыуҙы тәмләргә, “Ҡымыҙфест” фестивалендә ҡатнашырға һәм “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттарының сауҙа майҙансығы менән танышырға мөмкин буласаҡ.

– Фестиваль беҙгә, барыһынан да элек, башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү өсөн мөһим. Әлбиттә, беҙҙә республика халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, уның милли һөнәрҙәренә һәм ҡиммәттәренә бәйле тағы бер тартыу көсө булған сара ойоштороу теләге көслө, – тине Радий Хәбиров.


К. ИШБУЛДИНА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас