Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Август 2023, 06:18

Башҡорт аты – иң боронғо тоҡомдарҙың береһе

Сыҙамлылығы, ҡышҡыһын да үҙенә етерлек аҙыҡты таба алыуы менән ҡабатланмаҫ ул.

А. Иҙелбаевтың шәхси архивынан.А. Иҙелбаевтың шәхси архивынан.
Фото:А. Иҙелбаевтың шәхси архивынан.

Бөгөн, 11 августа, Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале башланды. Күләмле сарала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостандың юлдаш телевидениеһы республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары, “Торатау” геопаркы директоры Артур ИҘЕЛБАЕВ менән фестиваль, уның маҡсаты, ҡатнашыусылары һәм, әлбиттә, башҡорт аты тоҡомоноң үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ойошторҙо. Ҡыҙыҡлы темаға арналған һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итергә  булдыҡ.

 

– Артур Мирас улы, фести­валгә әҙерлек нисек бара?

– Сараға әҙерлек бик дәррәү, ойошҡан рәүештә бара. Унда бер нисә министрлыҡ, Баймаҡ райо­нының, күрше тирә-яҡ райондарҙың хакимиәттәре йәлеп ителде.

 

– Фестиваль икенсе тапҡыр ойошторола. Унда илебеҙ төбәктәренән, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар көтөлә. Кемдәр улар?

– Азербайжандан, Ғәрәп Әмирлектәренән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәй төбәктәренән, әйтәйек, Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан, Дағстан­дан, Тыванан, Татарстандан вәкилдәр ҡатнашырға теләк белдерҙе.

 

– Фестивалдең маҡсаты тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.

– Исеменән үк күренеп тороуынса, был сара башҡорт атына бағышлана, фестиваль – тоҡомдо тергеҙеү, әһәмиәтен үҫтереү сараларының береһе генә. Уның менән бер рәттән, әлеге ваҡытта башҡорт атын өйрәнеү институтын булдырыу эше алып барыла, Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөлә һәм башҡалар.

 

– Башҡорт аты тоҡомоноң үҙенсәлектәре тураһында һөй­ләү ҙә урынлы булыр ине. Билдәле булыуынса, улар Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан, сыҙамлылығы менән айырылып торған.

– Ат яугирҙәребеҙҙең тоғро дуҫы, хужалыҡта ярҙамсы, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың көнкүре­шендә ҙур әһәмиәткә эйә йорт  хайу­аны булған. Шул уҡ ваҡытта, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, башҡорт аты – уникаль тоҡом. 1991 йылда, Советтар Союзы тарҡалыр алдынан ғына, рәсми рәүештә теркәлһә лә, шуныһы асыҡ: башҡорт аты – абориген тоҡом. Ер йөҙөндә ундай тоҡомдар бик күп тә ҡалмаған, һәм шуларҙың береһе – беҙҙең башҡорт аты. Ул ҡырағай аттарға – тарпандарға генетик яҡтан иң яҡыны, йәғни ул иң боронғо тоҡомдарға ҡарай, тип раҫларға була. Үҙенсәлекле яҡта­рына килгәндә инде (әйткәндәй, уны башлыса республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында тоталар), уға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәкмәй, һоло ла талап ителмәй. Аттар ҡышҡыһын тибендә йөрөй – бер метр тәрәнлеккә тиклемге ҡарҙы сапсып, шуның аҫтынан үҙенә етерлек аҙыҡты үҙе таба. Был – ысынлап та уникаль, борондан килгән һыҙат. Бөгөнгө тоҡомдарҙың ундай һәләттәре, әлбиттә, юҡ.

 

– Билдәле ғалим-этнограф Сергей Руденко башҡорттар тураһындағы хеҙмәттәрендә: “Иң бай башҡорттар 30 мең башҡа тиклем йылҡы малы тота, иң ярлыларында ла 30-40 баш ат иҫәпләнә”, – тип яҙып ҡалдырған. Ә бөгөн республика­быҙҙа баш­ҡорт атын үрсе­теүселәр күпме?

– Һуңғы 10-15 йылда тоҡомдо үрсетеүселәр күбәйә, шуныһы хаҡ. Әле әйтеп үткәнемсә, бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа. Мәҫәлән, Баймаҡ яҡтарында ғына ла рәсми рәүештә – 21 мең, Әбйәлил районында 6 мең  баш башҡорт тоҡомло ат бар. Һуңғы ваҡытта йылҡысылыҡҡа иғтибар арта бара, быға дәүләт яғынан булдырылған ярҙам – төрлө программалар ҙа йоғонто яһай, әлбиттә. Иҡтисади яҡтан да башҡорт атын тотоу отошло, әммә тап Башҡортостандың климаты нигеҙендә генә. Миҫал итеп һөйләп үтәйем. Бер нисә йыл элек Татарстан вәкилдәре Башҡортостандан дәррәү рәүештә аттар һатып алды. Бының өсөн дәүләт программаһы ла булдырылды. Тик Татарстандың климаты, географик үҙенсәлектәре беҙҙең аттарға килешмәне һәм уларҙы үрсетеү иҡтисади яҡтан файҙа килтермәне. Яйлап унда был “мода” һүнде, хәҙерге ваҡытта ике-өс хужалыҡта ғына тороп ҡалған.

– Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – ҡымыҙ бешеү ҙә башҡорт аты менән бәйле. Республикала ошо өлкәлә үҫеш бармы?

– Шуны билдәләр инем: был кәсеп һуңғы 10-15 йылда күтәрелеп китте, бигерәк тә ковид таралған осорҙа ысын ҡымыҙ етештереү күләме ике-өс тапҡырға артты, ни өсөн тигәндә, милли эсемлеге­беҙҙең шифалы сифаттары тураһында бөтәһе лә белә, ошоға бәйле уға ихтыяж да ныҡ артты. Ә ни өсөн “ысын ҡымыҙ” тип атағанымды аңлатып китергә кәрәк: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатыуҙағы ҡымыҙҙың 90 проценты – бейә һөтөнән түгел, ә һыйыр һөтө  ҡушып яһалған эсемлек. Беҙҙең алда әле бейә һөтөнән етеште­релгән ысын ҡымыҙҙы пропагандалау, хатта яҡлау, баҙарға күберәк сығарыу бурысы ла тора.

– Үҙегеҙ әйткәнсә, ысын ҡы­мыҙҙы етештереүселәр Баш­ҡорт­останда күпме?

– Әлеге ваҡытта улар 100 кешегә яҡын. Райондарға бүлгәндә, 15-ләп районда. Хужалыҡтар иһә әлегә күп түгел – икәү, өсәү, ҡайһы бер райондарҙа берәү генә. Иң күп өлөш Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Күгәрсен тарафтарына тура килә.

 

– Башҡорт атын үрсетеүҙе, ҡымыҙ етештереүҙе күптәр бизнес тип ҡарай, ә башҡорт кешеһе өсөн уны тотоу – башлыса килем сығанағы түгел, ә күңел талабы. Йүнәлеште үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип иҫәп­ләйһегеҙ?

– Эйе, күңел ынтылышы бар, уныһы шикһеҙ. Һуңғы оорҙа башҡорт атын республикабыҙҙың турист брендтарының береһе булараҡ күрһәтеү идеяһын тормошҡа ашырабыҙ. Был йәһәт­тән уңыштар бар. Рәсәйҙә Баш­ҡорт­остан ошо тоҡомло аттары­быҙға бәйле рәүештә күҙ алдына килтерелә башланы, тиергә мөмкин.

 

– Башҡорт атының юғалыу ҡурҡынысы бармы һәм уны һаҡлар өсөн нимәләр эшләү мөһим, һеҙҙеңсә?

– Бындай хәүеф бар икәнен инҡар итеп булмай. Ә һаҡлар өсөн, иң беренсе, уны метизациянан араларға кәрәк, икенсенән, уға уңайлы булған йәшәү шарттары, мөхит булдырыу зарур, шул уҡ ваҡытта фәнни рәүештә селекция менән шөғөлләнергә кәрәк. Ә бының өсөн профессиональ селекция үҙәктәре булдырыу талап ителә. Бындай үҙәктәр совет осоронда бар ине, хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Уларҙы тергеҙеү – ҙур маҡсаттарҙың береһе.

 

– Башҡорт аты үҙәге лә ошо йәһәттән сығып булдырыламы?

– Юҡ, үҙәктең маҡсаттары икенсерәк, ул башлыса республиканы туризм йәһәтенән үҫтереүгә, башҡорт атына бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыуға бәйле. Ә бына тоҡомдо һаҡлау өсөн Баймаҡ райо­нында махсус рәүештә резерват төҙөү күҙ уңында тотола, был сара, әлбиттә, аттарҙы һаҡлауҙа ҙур роль уйнаясаҡ.

 

– Фестивалгә әйләнеп ҡайт­ҡанда, унда ниндәй саралар үткәреләсәге тураһында ла һөйләһәгеҙ яҡшы булыр ине.

– 11 августа фестивалдә ҡатнашыусыларҙың килеүе, уны асыу ҡаралған, ә төп саралар 12 августа ойошторола. Мәҫәлән, башҡорт аты парады була, унда 100-ҙән артыҡ һыбайлы ҡатнаша, тағы ла “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындары,  ат сабыштары үткәрелә.

 

– Фестиваль моратына ирешһен, уңышлы үтһен тип теләйбеҙ. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Артур Мирас улы!

 - Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. 

Читайте нас