Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Августа 2023, 15:00

Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..

Үҙенсәлекле шөғөл бына инде дүртенсе быуынға тапшырылған – Зәкирә Хәлиулла ҡыҙының ейәнсәре тәүге балаҫын биш йәшендә һуҡҡан!

Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..
Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..

Бәләкәй Аҡҡолай ауылында йәшәгән Зәкирә апай Воронцованың йортонда япмалар араһында магазиндыҡын осратмаҫһың. Иҙәнгә ҡыйып баҫҡыһыҙ күркәм балаҫтар йәйелгән, урын-ер ҙә ҡулдан һуғылған япмалар менән йыйыштырылған, ултырғыстарға һала торғанын да оҫтабикә үҙ ҡулдары менән эшләгән.

Зәкирә апайға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан килгән кәсебе – балаҫ һуғыу бәләкәйҙән таныш. Өләсәһе, әсәһенән ҡала инде үҙе Дим буйы башҡорттарының аҫалы балаҫын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән оҫтабикә булып танылған. Үҙенсәлекле шөғөл бына инде дүртенсе быуынға тапшырылған – Зәкирә Хәлиулла ҡыҙының ейәнсәре тәүге балаҫын биш йәшендә һуҡҡан!

Оҫтабикә аҫалы балаҫ һуғыу үҙенсәлектәренә өйрәнергә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙың күп булыуына ҡыуана, белгәндәрен ихлас күңелдән уртаҡлаша.

 

(Видеоны https://vk.com/gazetabashkortostan һылтанмаһы буйынса ҡарағыҙ).

Р. Шәңгәрәева фотоһы. Видео - авторҙыҡы.

(Тулы мәҡәләне гәзиттең артабанғы һандарының береһендә уҡығыҙ).

Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..
Дим буйының аҫалы балаҫы күҙҙең яуын ала!..
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас