Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Август 2023, 15:05

Балалар тележурналистикаһы беҙҙә үҫешә

Өфө ҡалаһын балалар журналистикаһының баш ҡалаһы статусы менән нығытырға тәҡдим иттеләр.

Балалар тележурналистикаһы беҙҙә үҫешәБалалар тележурналистикаһы беҙҙә үҫешә
Балалар тележурналистикаһы беҙҙә үҫешә

15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республика делегацияһының II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумы программаһында ҡатнашыуына йомғаҡ яһанылар. Ул Мәскәүҙә 2023 йылдың 10-12 авгусында үтте һәм үҙ майҙансығында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм 13 сит дәүләттән 2 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова форумдың төп саралары һәм төбәктең йәш таланттарының ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.

– Беҙҙең республиканан 12 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Улар төрлө конкурстарҙа еңеүселәр һәм ижади проекттар авторҙары, – тип хәбәр итте Әминә Шафиҡова. - Балалар күп кенә форум майҙансыҡтары модераторҙары булды, шулай уҡ үҙҙәренең ижади проекттары менән таныштырҙы.

Мәҫәлән, “ТЕЛЕШКО” балалар телевидениеһы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллин төбәкте нисек танытыу тураһында семинар үткәрҙе һәм “Волга буйы федераль округында эшләргә кәрәк булған 100 әйбер” проектын тәҡдим итте. Был Рәсәй төбәктәренең, шул иҫәптән Башҡортостандың иҫтәлекле урындары һәм брендтары тураһында видеороликтар серияһы. Былтыр был проект Рәсәй мәҙәниәт фондының федераль грантына лайыҡ булды.

Төбәк етәксеһе республиканың Мәҙәниәт министрлығына һәм Башҡортостандан йәш делегаттарға Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров “Волга буйы федераль округында эшләргә кәрәк булған 100 әйбер” проектын тормошҡа ашырыу өсөн Арсен Ғәйнуллинға республика Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө һәм ижади үҫеше өсөн Башҡортостан Башлығы рәхмәтенә “ТЕЛЕШКО” балалар телевидение мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев та лайыҡ булды.

Оператив кәңәшмәлә ул төбәктең Мәҙәниәт министрлығына һәм республика етәкселегенә ижади проекттарға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың Рәсәй балалар журналистикаһы үҙәгенә әйләнеүе хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, “ТЕЛЕШКО” балалар мәктәбенең филиалдары Рәсәйҙең 10 төбәгендә эшләй. Ә яҡын арала уларҙы Санкт-Петербургта, Ханты-Мансиҙа, Тамбовта һәм Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда асыу күҙаллана.

– Өфөлә әҙерләнгән программалар бөгөн бөтә ил буйынса уңышлы таратыла, – тип билдәләне Рөстәм Аҙнабаев. – Хөкүмәттең шулай ярҙам итеүенә шатмын. Беҙҙә “Тамыр” каналы һәм кәрәкле белем биреү компетенциялары бар. Өфө ҡалаһын балалар журналистикаһының баш ҡалаһы статусы менән нығытырға тәҡдим итәм.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас