

Һуңғы ваҡытта киң популярлыҡ яулаған йәш һәм өмөтлө йырсы Арыҫлан Тимеров кәләш алған. Әйткәндәй, ул - билдәле йырсылар Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың икенсе улы. Күптән түгел йырсылар өләсәй һәм олатай булған ине, әле икенсе килен алғандар.
«Әлхәмдүлилләһ! Мин кәләш алдым, ҡотлауҙар көтәм», – тигән яҙма менән бүлешкәндә йәш артист социаль селтәрҙә.
Күптәр Арыҫландың кәләше Бөрйән районыҡы тип яҙа, сөнки йәштәр төшкән фотоларҙа- Бөрйәндең хозур тәбиғәте, Инсебикә ҡаяһы.
Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Фото: Арыҫлан Тимеровтың социаль селтәренән.