Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Август 2023, 12:25

Урал батыр вариҫтары Бөрйәндә йыйылды

Төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә. 

Урал батыр вариҫтары Бөрйәндә йыйылдыУрал батыр вариҫтары Бөрйәндә йыйылды
Урал батыр вариҫтары Бөрйәндә йыйылды

Бөгөн Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк,был эпос – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа үтә. Сара 18 августа "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексында еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ. Әйткәндәй, төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә.

Сәлимә Ҡаранаева.

Сығанаҡ: https://amanat.su/news/novosti/2023-08-16/b-g-n-ural-batyr-eposyn-yattan-yl-sel-r-e-b-ry-n-ere-arshy-aldy-3390854?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=41010454

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас