

Удмурт Республикаһында “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы барлығы тураһында “Башҡортостан” гәзите уҡыусыһы хәҙер яҡшы белә. Бында ойошторолған саралар тураһында баҫмала мәҡәләләр даими баҫылып тора, бының өсөн республиканың башҡортса төп матбуғат баҫмаһына ҙур рәхмәт.
Яңыраҡ Удмурт Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда шағир, аҡыл эйәһе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби-мәҙәни сара булды. Уны ойоштороуҙа Удмурт Республикаһы Дәүләт советы депутаты, сығышы менән Башҡортостан егете Рәмил Ғәйнуллин, “Ҡурай” башҡорт ойошмаһы етәксеһе Шәһит Ишәев, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Әлиә Абдуллина күп көс һалды. Ғөмүмән, төбәктә Башҡортостандан килеп эшләүселәр, уҡыусылар бик күп, шуға күрә бындай саралар милләттәштәребеҙҙе берләштерә, яңы проекттарға этәргес бирә.
Әҙәби байрам “Халҡыма” тип аталған йыр менән башланды. Шәһит Октябрь улы халыҡты шағирҙың биографияһы, ижадының әһәмиәте менән таныштырҙы. Мәғрифәтселеккә өндәгән Аҡмулланы Некрасов менән сағыштырыусылар ҙа булды. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны. “Дуҫлыҡ” ансамбле иһә йырҙары менән кисәне йәмләне.
Аҙаҡ сарала ҡатнашыусылар алмашлап шағирҙың шиғырҙарын яттан да һөйләне, китаптан да уҡыны. Бөгөнгө заманға ла ауаздаш шиғырҙар, аң-белем таратыуға саҡырыу, илһөйәрлек темаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Дуҫлыҡ йортоноң белорус ойошмаһы вәкилдәре Башҡортостан тураһындағы фекерҙәре, яҡты уйҙары менән уртаҡлашты. Бындай мәҙәни осрашыуҙар бик кәрәк. Ысынлап та, Башҡортостандың татыулыҡ өлгөһө булыуын, мәҙәниәттәр үҫеше буйынса Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә өлгөлө миҫал икәнен күптәр таный.
Осрашыу бик йылы үтте. Сарала Шәһит Октябрь улы ҡатнашыусыларға Башҡортостандан алып ҡайтҡан “Башҡортостан” гәзитен, “Аҡбуҙат”, “Ватандаш” журналдарын таратты. Аҙаҡ ҡунаҡтар башҡорттарҙың милли ашы – бәлештән ауыҙ итте. Сарала һәр сығыш, һәр һүҙ алдан уйланылып әйтелде, республикабыҙға дан йырланды. Байрам Башҡортостан гимны менән тамамланды. Ул һәр кемдең йөрәгенә көс, дәрт биргән көй булды.
- Фәйрүзә ШӘҺИЕВА
Ижевск ҡалаһы