

Башҡорт балет сәхнәһенең һүнмәҫ йондоҙо, милли хореография сәнғәтен донъя кимәленә сығарған, Ер шарының төрлө илдәре тамашасыһын ҡул сабып аһ итергә мәжбүр иткән мәшһүр исем – Зәйтүнә Насретдинова! Совет балериналары араһында атаҡлы Галина Уланова менән Ольга Лепешинскаянан һуң өсөнсө булып “СССР-ҙың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемде яулаған легендар бейеүсенең тыуыуына 100 йыл тулды. Уның исеме хәҙерге йәш быуындың күп вәкилдәре өсөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таныш та түгелдер... Халҡыбыҙҙың ғына түгел, донъя мәҙәниәте тарихында ла лайыҡлы урыны булған оло шәхесебеҙҙе хәтергә алайыҡ, уның башҡорт мәҙәниәтенә индергән ғәйәт ҙур өлөшөн иҫтән сығармайыҡ, ғорурланайыҡ.
Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова 1923 йылдың 14 авгусында Өфөлә тыуған. Баш ҡаланың 20-се мәктәбен (хәҙер – Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), атаҡлы Ленинград хореография училищеһын (хәҙер – А. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) тамамлай. 1941 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында ижад юлын башлай. Тамашасы уны башлап Сванильда партияһында (“Коппелия”, Л. Делиба) сәхнәлә күрә.
...Беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, иҫ киткес талантлы хореограф һәм балетмейстер булып таныласаҡ Фәйзи Ғәскәров башҡорт хореографияһын күтәреү идеяһы менән яна, Ленинград хореография училищеһында милли бүлек астырыуға ҙур көс һала. 1934 йылда классик балет сәнғәте өсөн артистар әҙерләгән ошо уҡыу йортона алып барырға Башҡортостандан бейеүгә һәләте булған 14 талантлы үҫмерҙе – ете ҡыҙ һәм ете малайҙы йыя ул. Араларында башҡорт балет сәхнәһенең алдынғы артистары, алмаштырғыһыҙ ижади дуэт булып танылыр Зәйтүнә Насретдинова менән Хәләф Сафиуллин да була. Киләсәктә был икәү сәхнәлә генә түгел, тормошта ла айырылғыһыҙға әйләнә – сәстәрен сәскә бәйләй.
Зәйтүнә Насретдинова милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу ҙа, ҡабатланмаҫ та образдар тыуҙыра, улар аша үҙен киң ҡоласлы, талантлы классик бейеүсе булараҡ таныта. Улар – Одетта һәм Одиллия (П. Чайковский, “Аҡҡош күле”), Аврора (П. Чайковский, “Йоҡоға талған һылыу”), Никия, Китри (Л. Минкус, “Баядерка”, “Дон Кихот”), Жизель һәм Мирта (А. Адан, “Жизель”), Франциска (И. Штраус, “Зәңгәр Дунай”), Эсмеральда (Ц. Пуни, “Эсмеральда”) һәм башҡалар.
Тәүге башҡорт милли балеты – “Сыңрау торна”лағы Зәйтүнгөл партияһы инде бейеүсене башҡорт балет сәнғәтенең легендаһы дәрәжәһенә күтәрә. Юғары сәнғәтте үҙ иткән тамашасыларҙың, уны баһалаусыларҙың хәтерендә тап ошо образы менән ғүмерлеккә уйыла ул. Либреттоны Фәйзи Ғәскәров ижад итә һәм уны талантына ихлас һоҡланған балеринаға бағышлай. Музыканы композиторҙар Заһир Исмәғилев менән Лев Степанов яҙа. Башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса ижад ителгән балеттың премьераһы 1944 йылда була. Йомағол партияһын Хәләф Сафиуллин башҡара. Тап ошо әҫәрҙәге ролдәре менән талантлы пар 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә йондоҙ булып балҡый. Үҙәк баҫмаларҙа сағыу башҡорт бейеүселәренең сығышына һоҡланып яҙылған мәҡәләләр донъя күрә, Зәйтүнә Насретдинова “СССР-ҙың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Үҙенсәлекле, сағыу, күп төрлө образдары менән башҡорт балетын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, уның тарихында ҡабатланмаҫ урын алып торған балерина сәхнә тормошонан уңа, фиҙакәр ижади хеҙмәте үҙ мәлендә маҡтаулы исемдәр менән билдәләнә. Тәүге, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән исем бирелгәндә уға 23 йәш кенә була. “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исеме – 26, халыҡ артисы исеме 30 йәшендә бирелә. Ә илдең күренекле сәхнә оҫталарына тапшырыла торған иң юғары исемен алғанда, башҡорт балеты примаһына 32 йәш кенә була.
...Янып ижад иткән балеринаның кинәт ҡанаттары ҡайырыла – һөйөклө ире, айырылғыһыҙ ижадташы Хәләф Сафиуллин 44 йәшендә вафат була. Унан башҡа сәхнәгә сығыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән мәшһүр бейеүсе сирек быуатҡа яҡын бейегән сәхнәһен ташларға мәжбүр була. Әммә балетҡа хыянат итмәй – педагог сифатында асылып, үҙен балет өсөн йәш артистар әҙерләүгә арнай.
Һоҡланғыс балеринаның таланты халыҡ-ара кимәлдә таныла, уның исеме “Донъяның күренекле йөҙ ҡатын-ҡыҙы” энциклопедияһына индерелә.
Ғәжәйеп талант эйәһе, республиканың беренсе профессиональ балеринаһы З. Насретдинова 2009 йылдың 1 октябрендә 86 йәшендә вафат булды. Мәңгелек йорто – Өфөнөң Көньяҡ зыяратында. Иҫтәлеге ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлдә мәңгеләштерелде. Унда балерина үҙ тормошонда айырым бер мәғәнәгә эйә гүзәл ҡош – торна ҡанатында күктәргә ашҡандай һынландырылған...
- Рәүилә Ғатауллина

