

Башҡорттарҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында һүрәтләгән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Башҡортостан кинотеатрҙары экрандарына 31 августа сыға. Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтеү 12 октябрҙән башлана.
Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Анимация фильмы республика Башлығы Радий Хәбировтың хуплауында «Башҡортостан» киностудияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә «Муха» студияһы тарафынан төшөрөлгән.
Картина сюжетына башҡорт халҡының тарихы һалынған: улар 1788 йылда рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында француздар менән әүҙем көрәшкән. Боронғо Рим аллаһы Амур һымаҡ уҡтан оҫта атҡандары өсөн, тап француздар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт атлыларына «төньяҡ амурҙары» тигән исем биргән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен айырыуса көнүҙәк тип атаны, сөнки унда барған хәл-ваҡиғалар бөгөнгә ауаздаш.
Фото: йәнһүрәттән скриншот.