Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Август 2023, 07:07

Еңеүсе йәш сәсәндәр билдәләнде

“Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә иткән Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Рәлиә Ибраһимоваға тапшырҙылар.

Еңеүсе йәш сәсәндәр билдәләндеЕңеүсе йәш сәсәндәр билдәләнде
Еңеүсе йәш сәсәндәр билдәләнде

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы тамамланды 25 йыл эсендә был конкурста 5 мең самаһы уҡыусы көсөн һынаны. Уның кисәге еңеүселәре бөгөн төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп килә һәм тел һәм мәҙәниәт һағында тора.

Бүләкләү тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты, 2018 йылда конкурс еңеүсеһе Гөлсәсәк Шәрипова сығыш яһаны. Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева үҙенең сығышында конкурсты уҙғарыу тарихы тураһында һөйләне, уны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Вәсилә Абдрахманова республика Башлығының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. “Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә иткән Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Рәлиә Ибраһимоваға тапшырҙылар.“Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә иткән Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Рәлиә Ибраһимоваға тапшырҙылар.

Гран-приға Республика инженер лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Рәзинә Шаһморатова лайыҡ булды.

- Еңеүсе булыуыма бик шатмын. Был конкурста беренсе кластан уҡ үҙ көсөмдө һынап ҡарайым. Миңә һәр саҡ ярҙам иткән әсәйемә рәхмәтемде белдерәм. “Урал батыр” эпосын уҡығас, мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем, - ти Рәзинә.

Беренсе урынды Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы балалар баҡсаһының ижади коллективтары яуланы.

Бынан тыш, өсөнсө урынға - Ләйлә Тимерғәлиева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Илһам Рәхимов (Ғафури районы), Әҙилә Әминева (Баймаҡ ҡалаһы), икенсе урынға Миләүшә Дүсиева (Баҡалы районы), Яҙгөл Хәйруллина (Ишембай районы), Аида Йомағужина (Т. Йосопова исемендәге лицей) лайыҡ булды. Регина Ғәлиева (Белорет районы), Розалия Буранова (Бөрйән районы), Исмәғил Йәғәфәров (Бөрйән районы) 1-се урынды алды.

Эльнара ШӘЙМӘРҘӘНОВА.

Сығанаҡ: https://karmaskaly-nov.ru/news/sobytiya-i-fakty/2023-08-18/v-bashkirii-nazvali-pobediteley-mezhregionalnogo-konkursa-yunyh-skaziteley-konkursa-ural-batyr-3394447

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас