Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Август 2023, 14:00

Был – һинең һайлаған яҙмышың...

Гәзитебеҙ иғлан иткән шиғырҙар бәйгеһенең киләһе ҡатнашыусыһы – Рита Фәтҡуллина!

Был – һинең һайлаған яҙмышың...Был – һинең һайлаған яҙмышың...
Был – һинең һайлаған яҙмышың...

Рита Фәтҡуллина Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, БДУ аспирантураһын тамамлаған. Әлеге көндә - Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы доценты. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ҡырмыҫҡа иләүе

Ҡырмыҫҡа иләүе – был тормош,

Ҡырмыҫҡа иләүе – замана.

Үҙеңдән ҙурыраҡ йөк һөйрә,

Дауылдан ялтана-ялтана.

 

Был – һинең һайлаған яҙмышың,

Һайлаған ҡырмыҫҡа һуҡмағы.

Арҡаңды бөкрәйткән аҙыҡтың

Эләгәме һиңә мыҫҡалы?

 

Юҡ яҙмыш мыҫҡылы, барыһы –

Иләүҙең ҡануны буйынса.

Ҡулыңдан килһә һуң – бул батша,

Һис юғы – һаҡлаусы ҡырмыҫҡа.

 

Юғары ҡатламын иләүҙең,

Ышыҡта торорһоң йән һаҡлап,

“Эшсе”ләр йүгерер яныңда

Һин ашар бөжәкте ҡосаҡлап.

 

Ҡырмыҫҡа иләүе – йәмғиәт,

Батшалар.

Һаҡсылар.

Һәм ҡолдар...

Ҡатламдар араһын айырған

Баш баҫып йүгергән тар юлдар.

 

Ишембайҙың аҫыл ҡыҙы Рита Фәтҡуллина өсөн бында тауыш бирергә:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

 

Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға:

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917

 

Һәм тауыш бирергә була:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

 

 

???? Тауыш биреү 27 августа 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ.

 

???? Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ.

 

Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!

 

 

 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас