Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Август 2023, 07:30

Заман менән бергә атлайҙар

Бер китапхана тарихынан.

Автор фотолары.  “Ауырғазы хәбәрҙәре” редакцияһының яуаплы секретары Данил Андреев “Уңыш залы” проекты менән таныштыра.Автор фотолары.  “Ауырғазы хәбәрҙәре” редакцияһының яуаплы секретары Данил Андреев “Уңыш залы” проекты менән таныштыра.
“Ауырғазы хәбәрҙәре” редакцияһының яуаплы секретары Данил Андреев “Уңыш залы” проекты менән таныштыра.Фото:Автор фотолары.

Китапхана – Ватан һәм донъя мәҙәниәте ҡиммәттәрен һаҡлау урыны. Һәр береһенең тарихы ил тормошона һәм унда эшләгәндәрҙең яҙмышына тығыҙ бәйләнгән булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы быуаттан ашыу дауамында китаптар һәм башҡа мәғлүмәт саралары һаҡлау урыны ғына түгел, алдынғы мәҙәниәт, фән һәм мәғариф үҙәге лә булып тора.

Уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында өйҙәр, уҡыу залдары үҙенсәлекле мәҙәни үҙәктәр булып торған. Унда уҡыуҙар, лекциялар, концерттар үткәрелгән, спек­таклдәр ҡуйылған, радио яңылыҡтарын тыңлаған­дар, тауышһыҙ кино күрһәтелгән. Ошонда уҡ йыйылыштар һәм колхоз идараһы ултырышын үткәргәндәр.

Ауырғазы район китапханаһы 1931 йылда Талбазы район мәҙәниәт йорто янында яраҡлаштырылған бинала урынлаша. Китапхананың майҙаны 36 квадрат метр тәшкил итә. Уға Зөләйха Хәмитова етәкселек итә, ул фондты тулылан­дырыуға һәм эште яйға һалыуға күп көс түгә. 1949 йылдың 1 ғинуарына статистика отчеты буйынса бында 5235 китап иҫәпләнә.

1951 – 1952 йылдарҙа китапхана өсөн махсус бер ҡатлы ағас бина төҙөлгән, унда уҡыу залы, абонемент, китап һаҡлау урыны һәм 302 дана китап фонды менән балалар бүлеге ойошторолған. Яйлап фонд арта, һәм 1957 йылда балалар китапханаһы өсөн хәҙерге мәсет урынында ҙур булмаған ағас бина төҙөлә.

1953 йылда район китапханаһында – Ғ. Әбдиева, М. Фәтхетдинова, балалар китап­ханаһында – М. Камашева, 1960 – 1965 йыл­дарҙа М. Хөсәйенова район китап­ханасыһы булып эшләй.

1954 – 1988 йылдарға тиклем Баш­ҡорт­­остан Республикаһының атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Раиса Афанасьева китапхана мөдире була. Уның етәкселегендә район китапханаһының хәҙерге бинаһы төҙөлә.

60-70-се йылдарҙа фонд төрлө баҫмалар менән тулылана башлай. Китапханала диспуттар, әңгәмәләр үткәрелә, кисәләр, уҡыу­сылар конференциялары, фекер алышыу­ҙар ойошторола. 1967 йылда китапханаға “Бик яҡшы эшләгән китапхана” тигән исем бирелә.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе, уҡыусыларҙы уҡыуға йәлеп итеү өсөн күп эш башҡара. Заман менән бергә атлаған китапханала һәр йәштәге уҡыусы өсөн нәфис, фәнни һәм танып белеү әҙәбиәте бар. 80 урынлыҡ иркен уҡыу залы, өйгә китап биреү өсөн уңайлы абонементы, әҙәбиәтте туплау һәм эшкәртеү бүлеге, стационарҙан тыш хеҙмәтлән­дереү бүлеге, методика, библиография бүлеге, китап һаҡлау һәм архив бүлмәһе – барыһы ла 759 квадрат метр тәшкил иткән майҙанды биләй. Балалар китап­ханаһы бинаның беренсе ҡатында урынлаша, уҡыу залы һәм абонемент ойошторола. Бында үҫеп килгән быуынды гражданлыҡ һәм патриотизм рухында тәрбиәләү, туған халыҡтың тарихын, телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, һаҡлау маҡсатында төрлө саралар үткәрелә.

Үҙәк район китапханаһы бинаһында “Зәңгәр шишмә” район әҙәби берләшмәһе бик уңышлы эшләп килә. 1996 йылдан уға Вариҫ Аҡбашев етәкселек итә. Берекмәлә бөтә милләт тә: башҡорт, татар, сыуаш, урыҫтар – барыһы бергә йыйылып, яҙған әҫәрҙәрен уҡып ишеттерә, фекер алыша. Ойошторолған сараларға шағирҙар ғына түгел, рассамдарҙы, музыканттарҙы ла йәлеп итәләр.

– Беҙҙең авторҙарҙың ижады даими нәшерләнә. Һәләтле йәш ижадсыларыбыҙ китаптарының исем туйын да үткәрәбеҙ. Юлианна Ғиндуллинаның, Дмитрий Еме­линдың, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, китаптары донъя күрҙе. Хеҙмәткәребеҙ Зөлфиә Сидорованың да шиғри шәлкемдәр китабы баҫылды. Ул яҙышҡан йәштәрҙе әҙәбиәт һуҡмағына етәкләп алып килә, һәләттәре асылһын өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Киләсәктә йәш таланттарға граффити төшөрөр өсөн стена бирергә теләйбеҙ, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты китапхана мөдире Айгөл Ғәзиева.

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Ауырғазы бүлексәһе Ауырғазы үҙәк балалар китапханаһы менән берлектә 2021 йылда Президент гранттарының икенсе конкурсында еңеүсе булған. Грант аҡсаһына “Мөғжизәләр иле” үҫеш үҙәге тормошҡа ашырылған. Проектты тормош­ҡа ашырыу маҡсатында һаулыҡ мөмкин­лектәре сик­ләнгән балалар өсөн ҡом терапияһы – “Тылсымлы ҡом” уйыны, аппликация һәм оригами буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа бик күп саралар уҙғарылған.

Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге китап­хананың йәштәр уҡыу залы нигеҙендә тор­мошҡа ашырылған “Уңыш залы” биләмәһе мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижади индустриялар өлкәһендә Президент грантын яулауға өлгәшкән. Грант проектын тормошҡа ашырыу өсөн Art-Tolbazi креатив-оҫтаханаһы үҙ ишектәрен асҡан. Бында төрлө техникала бик күп ижади эштәр тәҡдим ителә: рәсем, ҡәләм менән төшөрөлгән һүрәттәр, сәйлән менән сигеү, фоамиран эштәре, алмас мо­заикаһы, бәйләнгән әйберҙәр, туҡыу ҡур­саҡ­тары, шулай уҡ башҡа тәбиғи мате­ри­алдарҙан төрлө биҙәүестәр һәм сувенирҙар. Һәләтле йәштәр – йәш авторҙар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн “Сьюзи Лав­тың шиғри оҫтаханаһы” эшләй башлаған. Үҙенсәлекле шиғырҙар, йырҙар, шулай уҡ проза әҫәрҙәре авторы Зөлфиә Сидорова (ижади псевдонимы – Сьюзи Лав) китап яҙыу һәм уны сығарыу шарттары менән таныштыра.

Талантлы йәш Данил Андреев – шағир ҙа, яҙыусы ла, рәссам да, музыкант та. “Уңыш залы” биләмәһендә уның тырышлығы менән йәштәр өсөн бик күп әҙәби осра­шыуҙар үтә. “Ауырғазы хәбәрҙәре” редак­цияһының яуаплы секретары Данил Андреев “Атайсал” шиғыры менән республика шиғырҙар конкурсы еңеүсеһе булған.

Заман менән бергә атлаған китапхана көн дә ваҡиғалар, саралар үҙәгендә ҡайнап йәшәй. Улар үҙҙәренең эшмә­кәрлеге ха­ҡында социаль селтәрҙәрҙә даими яҡтырта бара. Аң-белемгә юл асҡан, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү ярҙам иткән китап­хананан киләсәктә лә кешеләр өҙөлмәһен.


Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Данил Андреев, Рүзилә Иҫәнбаева, Айгөл Ғәзиева, Вариҫ Аҡбашев “Зәңгәр шишмә” район әҙәби берләшмәһенең ижади емештәре менән.
“Мөғжизәләр иле” үҫеш үҙәгендәге байрамдан күренеш.
Данил Андреев, Рүзилә Иҫәнбаева, Айгөл Ғәзиева, Вариҫ Аҡбашев “Зәңгәр шишмә” район әҙәби берләшмәһенең ижади емештәре менән.
Читайте нас