Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Август 2023, 13:30

"Зинһар, ғәфү итегеҙ, шаталаҡ шул егетте!"

“Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрендә шиғырҙар конкурсы дауам итә. Киләһе бәйгесебеҙ – Ринат Сөләймәнов!

"Зинһар, ғәфү итегеҙ, шаталаҡ шул егетте!""Зинһар, ғәфү итегеҙ, шаталаҡ шул егетте!"
"Зинһар, ғәфү итегеҙ, шаталаҡ шул егетте!"

Ринат Сөләймәнов

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Беҙ үҫкәндә ауылымда

Ай-һай, күп булды ҡыҙҙар.

Улар төндәрҙе нурланы,

Ары торһон йондоҙҙар.

 

Әммә беҙ, шаян егеттәр,

Ҡотороп та киткәнбеҙ.

Булғанын ҡәҙерләй белмәй,

Ҙурға өмөт иткәнбеҙ.

 

Ҡунаҡ ҡыҙын оҙатмаһам,

“Ринат”мы минең исем?

Эй, ауылым сибәрҙәре,

Беҙҙе ғәфү итегеҙ,

Һеҙҙе айырған өсөн.

 

Ҡунаҡ ҡыҙ хаҡында хәбәр

Йәһәт таралыр ине.

Уны күрмәҫ үк йөрәктә

Һөйөү яралыр ине.

 

Ҡырҙан килгән ҡыҙҙарҙың

Артыҡ булған ни яғы?

Шул уҡ ирен, шул уҡ танау,

Шул уҡ инде аяғы.

 

Ҡыҙҙар эҙләп, беҙ күрше

Ауылға ла йөрөнөк.

Барыбер үҙ ауылыбыҙ

Гүзәлдәренең генә

Ҡосағында иренек.

 

Инйәрҙә ҡойоноп үҫкән

Аҙауым сибәрҙәре,

Сағыу йондоҙҙар булып,

Төшөмә инәһегеҙ.

Хәҙер һеҙ кем йәрҙәре?

 

Йәшлекте иҫкә алыу,

Йөрәгемде семетте.

Ғәйебем булһа, әгәр,

Зинһар, ғәфү итегеҙ

Шаталаҡ шул егетте.

 

Ринат Миңлеғәли улы Сөләймәнов Архангел районының Аҙау ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2008 йылда З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Ҡабаттан ғашиҡ булыу" тигән повесть һәм хикәйәләрҙән торған йыйынтығы донъя күрҙе, 2018 йылда "Йөрәгемдә – яҙҙарым" тигән шиғырҙар һәм поэмалар китабы баҫылды.

Сатира, юмор өлкәһендә лә әүҙем яҙыша, балалар өсөн яҙған шиғырҙары ла бихисап, улар "Балалар шиғриәте антологияһы"на ла индерелгән.

Һуңғы йылдарҙа шиғриәттә "арнау" жанрын үҙ иткән шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Урал Ибәтуллин, Ришат Төхвәтуллин кеүек йырсылар йырлай. Ринат Миңлеғәли улы 20 йылға яҡын Өфөнөң 68-се лицейында башҡорт телен уҡыта һәм ҡатыны Айгөл менән өс бала үҫтерә.

Архангел районының талантлы егете Ринат Сөләймәнов өсөн бында тауыш бирергә:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға:

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917

Һәм тауыш бирергә була:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

Тауыш биреү 27 сентябрҙә 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ.

Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ.

Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас