

25-27 августа Санкт-Петербургта үтәсәк Башҡортостан көндәренең мәҙәни программаһына ярашлы, беҙҙең Ҡурсаҡ театры Дәүләт академия хор капеллаһы майҙанында “Ҡурсаҡ байрамы” тигән уйын программаһын тәҡдим итә. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
Сара ҡунаҡтары театр ҡурсаҡтарын яҡындан күрә, үҙен ҡурсаҡ актеры ролендә һынай һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарай ала.
Шулай уҡ был көндәрҙә тамашасылар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының иң билдәле спектаклдәрен – урыҫ халыҡ әкиәте буйынса эшләнгән “Аҡҡош-ҡаҙҙар” (“Гуси-лебеди”) музыкаль әкиәтен, “Таҡылдаҡ Себен” (“Муха-Цокотуха”) пьесаһын, ә өлкәнерәктәр Александр Пушкиндың “Таш ҡунаҡ” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән әҫәрҙе ҡарай ала.
Әйткәндәй, "Таш ҡунаҡ" спектакленең премьераһы күптән түгел, быйыл үтте. Ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова, ҡуйыусы рәссамдары — Светлана Степанова һәм Наталья Бирюкова.
Сығанаҡ, фото: vk.com/kulturarb