Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2023, 02:00

Ағайым һабағы

"-Эй, ҡустылар, ултырығыҙ әле. Еңгәгеҙ бит һеҙҙе татыу сағыбыҙҙа бер ҙә саҡырмай, ә асыуланышҡанда — саҡырған", - ти

Ағайым һабағыАғайым һабағы
Ағайым һабағы

Ҡустым менән өйҙә ултырабыҙ. Бер оло ғына еңгәбеҙ сарбайлап килеп инә, йөҙө томһарған, күҙҙәре ут бөркөп тора.

— Барығыҙ әле, ағайығыҙҙы тыйығыҙ! Әллә нимәһенә болара.
Беҙҙең ни, бер һүҙҙән дары кеүек гөлтләргә торған сағыбыҙ, ағайҙы ауыҙлыҡларға тип бар ҙа ин.


— Эй, ҡустылар, ултырығыҙ әле. Еңгәгеҙ бит һеҙҙе татыу сағыбыҙҙа бер ҙә саҡырмай, ә асыуланышҡанда — саҡырған.


Беҙ, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ.
— Аһ-аһ, ҡалай килештереп һөйләшеп ултырған була! Әле генә ене ҡуба ине, — тигән булды еңгәбеҙ, уңай­ һыҙлана биреп.


Ағай тыныс ҡына:

— Бар, нишләп ултыраһың, самауырыңды ҡуй. Ҡунаҡ саҡырғанһың бит, ҡәйнештәрең ҡырҙан ҡайтҡан, — тигәс, тегеһе өндәшмәй генә ҡашығаяҡ яғына сыҡты.

— һүҙләшмәһәк, килеп хәлде лә белмәҫ инегеҙме? — тине ағай, беҙгә ҡарап.
Уға әйтер һүҙебеҙ юҡ ине...

Зиннур Ураксин

Фото: Асыҡ сығанаҡтан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас