Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Августа 2023, 09:45

Бейеүҙән айырылмай

Улар халыҡ ансамбле исемен яулауға өлгәшә.

“Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған конкурс ойошторғайны. Учалы районы хакимиәте беҙгә үҙ эшенең оҫтаһы, ауылының илһөйәр ҡыҙы – Әлфиә Нияз ҡыҙы Ҡорамшинаны тәҡдим итте.

Ул 2012 йылдан Учалы районының Иҫке Байрамғол мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Уның етәкселегендә өс төркөм бейеү түңәрәге ойошторолған. Ошо төркөмдәр менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, приз­лы урындар яулайҙар. Былтыр өлкәндәр төркөмө "Әүешкүл йәшмәләре" халыҡ ансамбле исемен яулауға өлгәшә. Ансамблдә – 16 ҡатын-ҡыҙ. Төрлө фольклор, халыҡ бейеүҙәре конкурстарында алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Мәҙәниәт йортонда, традицион байрамдарҙан тыш, башҡа төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторалар.

 

Сәхнәгә илткән юл

 

Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе, изге әүлиә йәшәгән Әүешкүл ауылында (документ буйынса – Иҫке Байрамғол) тыуып үҫкән Әлфиә Нияз ҡыҙы. Бала сағынан бейергә ярата, ауыл мәктәбендәге бейеү түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бейеү серҙәренә тәүгеләрҙән булып Асия Исрафилова менән Гөлсәсәк Әбдрәхимо­валар өйрәткән. Аҙаҡ “Һин матур бейейһең, үҙеңә генә һалайыҡ” тип уның өсөн яңғыҙ бейеү һалалар. Төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулап йөрөй. Шулай итеп, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә хыялланған ҡыҙҙың яҙмышы бейеү сәнғәте менән бәйләнә. 1991 йылда Учалы музыка училищеһында Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова фольклор бүлеген аса. 1992 йылда Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ шунда уҡырға инә. Унда төрлө сәнғәт жанрҙарына – йырларға ла, бейергә лә, думбырала, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәнәләр. Ошо уҡыу дәүерендә ул үҙенә кәрәкле төплө белем ала. Бейеүгә булған һөйөүе уны Силәбе институтына илтә. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң ауылдашына кейәүгә сыға.

Ире Әсләм Әҙип улы ауылын шул тиклем ярата, уның ысын патриоты булараҡ, ситкә күсеп китергә ҡаршы сыға. Әлфиә Нияз ҡыҙы ла шундай тәрбиә алған – ирҙең һүҙе өҫтөн булырға тейеш тип, уның һүҙен йыҡмай. Донъя тотҡаһы – ир, тигән ҡарашта ул. Шулай итеп, йәш Ҡорамшиндар ғаиләһе ауылда ҡала. Ҡайныһы менән ҡәйнәһе түбәһе ябылған өй бүләк итә. Шуны һалып инеп, әлеге көндә ауылдарының йөҙөк ҡашы булып донъя көтәләр. Ҡайны-ҡәйнәһенә мең рәхмәт әйтә Әлфиә.

Ул ауыл клубына эшкә килә. Ире Себергә сығып китә. Әлфиә апай мәктәпкә күсә һәм унда туғыҙ йыл музыканан уҡыта. Мәктәптә эшләгәндә уҡыусылар менән төрлө конкурстарҙа алдынғы урындарға лайыҡ булалар. Фольклор бүлеген тамамлағас, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәресен дә Әлфиә Нияз ҡыҙына йөкмәтәләр. Унан да уҡыусылары олимпиадаларҙа приз­лы урындарға өлгәшә. Мәктәп ябылыу хәлендә ҡалғас, ул кире клубҡа күсә.

 

Беренсе каналға ла төшәләр

 

2012 йылда ул мәҙәниәт йортона эшкә килә. Коллектив туплау маҡсатында өй беренсә сығып китә. Бер көн бер урамда йөрөй, иртәгәһенә – икенсеһендә. Яйлап һигеҙ кешене йыйып ала.

Бер мәл журналист Әнисә Янбаева ауыл тураһында яҙырға килә. Шунда 1934 йылғы Рауза Казбекова “Беҙ элек һуғыш ваҡытында биҙрә сиртеп, көйөнә күңел аса торғайныҡ” тип күрһәтә. Береһе лә бейегәне лә, йырлағаны ла булмаған апайҙар менән биҙрәләр һатып алалар. Земфира Рәфил ҡыҙы мандолинала уйнай, ҡалғандар шул инәйҙән биҙрә сиртергә өйрәнә. Үҙенсәлекле коллектив тураһында гәзиттән уҡып, төрлө телеканалдарҙан килеп төшөрәләр, хатта Беренсе каналға ла эләгәләр. “Гел генә биҙрә сиртеп булмай, бейетеп ҡарарға ла булдым. Күбеһе – үҙебеҙҙең ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙар. Улар элек марш уйнаған, маршта башҡортса баҫыр булғандар. Тыпырлатыу (дробь) хәрәкәтен белгәс, еңелерәк бейеүҙәр һала башланым. Яйлап 16 кеше булып киттек, конкурстарҙа ҡатнаша башланыҡ. Беренсенән, бейергә теләктәре ныҡ көслө, икенсенән, ныҡ тырыштар. Ныҡлы өйрәнеп, бейей-бейей оҫтарып алдылар”, – тип һөйләй коллективы­ның барлыҡҡа килеүе тураһында Әлфиә Ҡорамшина.

Бөтә бейеүҙәрҙе лә ул үҙе һала. Тыуған яғының ерлегенә ярашлы, халыҡ ижады нигеҙендә яңы бейеүҙәр тыуа. Хәрәкәттәрҙе өс төрлө итеп алып бара – еңел, уртаса һәм ауыр. Тәүҙә уларҙы аралаштырып бейетә, хәҙер ауыр хәрәкәттәрҙе генә өйрәтә. Һәр береһенә айырым күрһәтеп, күнектереп, оҫталыҡтарын йышып ала.

Бөгөн “Әүешкүл йәшмәләре” ҡатнашмаған конкурс юҡ. Һәр береһендә алдынғылыҡты бирмәй­ҙәр. Тәүге конкурстарға таныш­һындар, ҡатнашып ҡараһындар, үҙҙәрен сәхнәлә тота алырҙармы икән тип, һынап ҡарар өсөн генә алып бара. 2018 йылда – беренсе урын, 2019 йылда Гран-при яулайҙар. “Еңербеҙ тип уйламаным, һәйбәт итеп сығыш яһанылар”, – ти ансамбль етәксеһе. Мәҙәниәт бүлеге үткәргән конкурстарҙа ла алдынғы урындарға лайыҡ булалар.

 

Халҡы менән бергә улар

 

Улар хәҙер бер ғаиләгә тупланған, бер-береһенә ярҙам иткән коллективҡа әйләнгән. Сәхнәлә сығыш яһау өсөн бөтә күлдәктәрҙе лә үҙҙәренең аҡсаһына тектерәләр. “Мин шулай бейеү һалам, шулайыраҡ күлдәк кәрәк тиһәм, апайҙар йәһәт кенә барып туҡымалар һатып ала. Ике тегенсебеҙ бар. Фәниә Әликәева менән Әнисә Әхтәмова, беҙҙең ерлектәге кейемдәрҙе ҡарап, өйрәнеп костюмдар тегә”, – ти Әлфиә Ҡорамшина. Коллективта улар һәр кемгә бишәр күлдәк тектереп алған. Итәктәре Учалы музейындағы өлгөләр буйынса тамбур сигеү менән сигелгән. Рима Байрамғолова тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим, Башҡорт гуманитар колледжы уҡытыусыһы Азат Ғариповҡа барып, Учалы ерлегендәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күкрәк биҙәүесе – яға тегергә өйрәнеп ҡайтып, коллективҡа ла өйрәтә. Бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тора. Ҡата тегергә лә өйрәнгәндәр, үҙҙәренең ерлектәге ҡушъяулыҡ­тарҙы тегеп, сигеп алғандар. Күбеһенең ҡушъяулығы – ҡәйнәләренең бүләктәре.

“Беҙҙең яҡта ҡәйнә киленгә һыу башлатыр алдынан башына ҡушъяулыҡ яба. Ҡуш булып, парлы булып ғүмер итегеҙ, тигән теләктәр теләй. Минең дә ҡәйнәм япҡан яулығым бар. Ҡушағың менән ҡуша ҡартай, ҡуш булып йәшәгеҙ. Бына һиңә ҡушъяулыҡ, һаҡлап ҡына тот, тине”, – тип хәтерләй тыуған яғының мәҙәни мираҫын һаҡлаусы Әлфиә Нияз ҡыҙы.

Коллективта күбеһенең ҡәйнәһенән ҡалған бүләктәре һаҡлана. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың оло йәштә кейә торған, маңлайҙы ҡаплаған һарауыс тигән милли кейемдең бер элементын тегергә өйрәнеп алалар. Әүешкүл ауылынан алынған һарауыс бөгөн Санкт-Петербургта музейҙа һаҡлана. Шуны китаптан ҡарап, үҙҙәренә күсереп эшләп алғандар. Сәхнәләрҙе балҡытып сығыш яһаған һәр кемдең костюмы үҙ ҡулдары менән тегелгән һәм сигелгән.

Быйыл Ҡазанға бөтә ҡалаларҙа ла үткән “Призвание артиста” тигән конкурсҡа барып, Гран-при яулап ҡайталар. Бер йылдан Санкт-Петербургка суперфиналға барырға әҙерләнеп йөрөй улар.

Илсе ауылында үткән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған кейеҙ әйберҙәр, бәйләнгән һәм башҡа ҡул эштәре буйынса “Һарыҡ йөнө – файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем” фестивалендә, ҡара йөндән тула баҫып, еләндәр тегеп кейеп, еңеүсе булғандар. Ансамблдә­рендә 80 йәшкә етеп барған инәйҙәр бар. Йәш саҡтарында өлкәндәрҙән өйрәнеп ҡалған апайҙар йәштәрҙе кейеҙ баҫыу серҙәренә лә өйрәткән.

Ауылыбыҙ бәләкәй, ҡартая, эш булмағанлыҡтан йәштәр ситкә китә, тип зарланып ултырмай улар. Матур ерҙә тыуғандарына һөйөнөп, күле, тауы, тәбиғәтенән рух алып, дәртләнеп йәшәйҙәр. “Иҫке Байрамғол ауылы халҡы дәррәү, “һайт” тигәнгә “тайт” тиергә генә торалар”, – ти мәҙәниәт усағының художество етәксеһе. Өмәләрҙә лә күмәкләп ҡатнашалар. Ауыл ҡатындары берләшеп, махсус хәрби операцияға кейеҙ һуғып ебәргәндәр. “Һәр береһе метр ярымға өс метр ҙурлыҡтағы өс кейеҙ ебәрҙек. Үҙҙәренә олтораҡ йә түшәк эшләп алһындар тип. Сәк-сәк бешереп һалдыҡ. Былтыр шишмәләрҙе рәтләп ҡуйҙыҡ. Быны “Ауылыма ҡайта егеттәр” тигән сара нигеҙендә ойошторҙоҡ. Ауылдан ситтә йәшәгән ир-егеттәр аҡсалата ярҙам итте, ауылдағы ағайҙар, материал алып, шишмә­нең тирә-яғын рәткә килтерҙе. Зыяратҡа барып өмә эшләнек”, – ти Әлфиә Ҡорамшина, ауылдаштары менән ғорурланып.

Әлфиә Нияз ҡыҙы кеүек үҙ халҡының мәҙәниәте өсөн янып-көйөп эшләгән, тыуған яғына ғашиҡ кешеләр барҙа милләтебеҙҙең киләсәге яҡты булыр.

- Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Читайте нас