Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2023, 10:27

Күңелдәрҙе арбар моң

“Беҙҙең ғаиләлә йырламаған кеше юҡ”

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Бер ғаиләнән сыҡҡан арҙаҡлы йырсы, композиторҙар беҙҙә күп түгел. Бөгөн тыуған Мәләүез еренә Ырыу-шәжәрә байрамына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Башҡорт АССР-ының, Башҡортостандың халыҡ артисы, бөгөн иһә сәнғәт институтының вокал кафедраһында студенттарға белем биргән Тәнзилә ҮҘӘНБАЕВА, композитор Юлай ҮҘӘНБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Йырҙары­ғыҙҙы тыңлап үҫкән беҙҙең быуын өсөн һеҙ – алиһә кеүек. Моң эйәһенә бөгөн йәшәүе нисек?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин, Мәүлетбай Ғәйнетдинов кеүек сәнғәт әһелдәре менән “Йәдкәр” коллективында 30 йылға яҡын  ҡулға-ҡул тотоноп эшләнек. 2006 йылдан сәнғәт институтында уҡытам, йырсылар әҙерләйбеҙ.

– Нисек сәнғәт юлын һайла­нығыҙ?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Атайым Хәмиҙулла Ҡотләхмәт улы Смаҡ ауылында тыуып үҫкән. Япондарға ҡаршы алышта, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яуҙан ҡайтҡас, әнейемде – Түләк ауылы һылыуы Роза Мөхәммәтғәли ҡыҙын осратып өйләнешәләр. Беҙгә, алты балаға, ғүмер биргәндәр. Ул “Һарытау” гармунында уйнап, беҙҙе бейетә, йырлата торғайны. Әнейем дә йырға маһир булды, сылтырап торған тәбиғи сопрано тауышлы, моңло итеп халыҡ йырҙарын мәж­лестәрҙә йырлай, тиҙ генә отоп ала торғайны. Һәр өйҙә радионан йырҙар яңғырай, телевизор бар­лыҡҡа килгән ваҡыт. Башта әне­йемдән, унан зәңгәр экрандарҙан концерт ҡарап, яратҡан артистарҙы тыңлап йырҙар өйрәнә торғайным.

Ҡустым Юлайҙы ла сәнғәт юлына алып килдем. Сәнғәт институты янында төрлө республикаларҙан һәләтле балалар өсөн махсус урта музыка мәктәбе бар ине. Шулар араһында күргем килә ине ҡустымды. Мин Өфөгә уҡырға киткәс, иң бәләкәсебеҙ Юлайҙы Флүрә, Венера апайҙары уйынға алып сыҡҡан, ул төрлө бейеү көйҙәре, йырҙар уйнарға өйрәнгән. Бәлки, минең кеүек сәнғәт юлын һайлар тип, Өфөнән ҡайтҡанда ике тауышҡа һалып йырлата торғайным. Сәнғәт училищеһын, унан сәнғәт институтын, һуңғараҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланы. Сибайҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театрҙа беренсе аҙымдарын башланы. Иң популяр йырҙары шул ваҡытта ижад ителде. Халыҡ телендә әле булһа ла, улар радио-телевидение аша ла яңғырай. Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт драма театрында ла эшләне, әле “Нур” татар театрында музыка етәксеһе, спектаклдәргә музыка, йырҙар яҙа. Юлайға былтыр Яңы йыл алдынан “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Ул – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, Башҡоростандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре лә. Ҡустым менән ғорурланам.

Флүрә һеңлем дә бик матур йырлай. Уны ла сәнғәт эшенә йәлеп иттем. Мәҙәниәт йортонда тиҫтә­ләрсә йыл эшләп, “Башҡорт­остандың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә йырламаған кеше юҡ.

Быйыл юбилейым айҡанлы февраль айында үҙемдең исем менән бәйле йыр конкурсын ойоштороп ебәрҙек. Таланттар төрлө район­дарҙан килгәйне, илленән ашыу кеше ҡатнашты.

– Хәҙерге заманда йырлап, музыка ижад итеп кенә ғаиләне матди яҡтан тулыһынса тәьмин итеп буламы?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Сәнғәт училищеһына абитуриенттарҙан күберәк йыр бүлегенә ғариза бирелә. Йырсы булырға теләү һәйбәт, әлбиттә. Ә уның өсөн күпме хеҙмәт талап ителә, күпме уҡырға кәрәк?! Уҡытыусы тауыш ҡуя, артабан тағы ла күберәк йыр өйрәнергә, уҡырға кәрәк. Бөтәһе лә мәшһүр йырсы булып китмәй. Һәр кем сәнғәттә үҙ урынын таба. Педагогтар эшкә урынлашырға ярҙам итергә тырыша. Опера театрына икән, бөтә булған программаларҙы алдан уҡ әҙерләйбеҙ. Кастинг үткәндән һуң, үҙеңде шул йырҙа ҡалдырыр өсөн тырышырға, үҙ өҫтөңдә хеҙмәт итергә кәрәк. Үҙ өҫтөңдә эшләһәң, күмәк йырсылар араһында күтәрелеп сығам тиһәң, ҡара тирең сыҡҡансы хеҙмәт түгәһең.

Әлбиттә, аҡса өсөн кемдер фонограммалар эшләй, йыр яҙа. Йыр көндәлек кенә түгел, мәңгелек булырға, халыҡ күңелендә ҡалырға тейеш. Композиторҙарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Нур Дауытов, Рим Хәсәновтың билдәле шағирҙарҙың һүҙенә яҙылған йырҙары әле лә көнүҙәк. Юлай ҡустым яҙған “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йырының яҙылғанына 30 йыл тирәһе бар, ә ул әле лә халыҡ күңелендә йәшәп килә.

Юлай Үҙәнбаев:

– Тәнзилә апайҙың һүҙҙәрен йөпләйем. Үҙемдән алып әйтәм, бөгөн сәнғәт күгендә фанаттар ғына ҡала. Курсташтарым заманында ҡиммәтле баян һәм башҡа төрлө музыка ҡоралдары алып та уҡыманы, белем алғандары ла тормошта икенсе һөнәрҙе һайланы. Һөнәренә тоғро ҡалғандар бик һирәк. Йәш саҡта тапалған училище, институт юлдарында элегерәк улар осрай торғайны. Хәҙер берәү ҙә күҙгә салынмай. Сәнғәт мәктәбендә, училище, интститутта Айҙар Ғәлимов, Ришат Сәғитов, Фәрүәз Килдеғолов менән бергә уҡыныҡ. Улар сәнғәт өлкәһендә үҙ тамашасыһын табып, билдәле шәхескә әйләнде. Йыр-моңдо фанаттарса яратыу беҙҙе сәхнәлә тотоп алып ҡалды.

Сибай ҡалаһынан Өфөгә күсеп килгән 2003 йылда ауырға тура килде. Баш ҡала ҡолас йәйеп ҡаршы алып көтөп торманы. Ғаиләне аҫрар өсөн тырыштыҡ. Йәшерене-батырыны юҡ, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: заманында музыканттар туйҙарға йөрөргә мәжбүр булды. Аппаратура алып, тауыш режиссеры булып, өҫтәмә эш тә алдыҡ. Бер һөнәр менән генә йәшәп булмай, йырсылар менән берлектә туйҙар, юбилейҙар үткәрә торғайныҡ. Хәҙер инде аҡсаға мохтажлыҡ кәмене.

– Композиторлыҡҡа килгәндә, йырҙарығыҙ йөрәктәргә үтеп, ҡаймаҡ кеүек яғыла, ижадығыҙ өсөн рәхмәт. Һәләт һеҙгә ҡайҙан бирелгән, йыр ижад итеү еңел­ме?

Юлай Үҙәнбаев:

– Ул һорауҙы күптәр бирә. Хоҙайҙан биреләлер ул. Поезда, йә машинала китеп бараһыңмы, йә төнөн бер-ике нотаны эләктереп алаһың да, бер нисә көн күңелдә яңғырай, тағы бер нота өҫтәйһең. Ул ярты йыллап йөрөргә мөмкин. Берәйһе шиғырын тәҡдим итә, йәки был көй берәй спектаклгә музыка яҙғанда инеп китә. Пьесаны уҡып, спектаклдәге образдарҙың хис-кисерешенә бәйле моң тыуа. Йөрәкте йылытып йөрөгән музыка тамашасы йөрәгенә барып етә, тип уйлайым. Әлбиттә, шиғырҙың мәғәнәһенә лә йырҙың оҙон ғүмерлелеге бәйле. Шиғырҙа көс бар икән, йыр ҙа аһәңле яңғырай.

– Балалар сәнғәт юлын һайламаны, тинегеҙ...

Юлай Үҙәнбаев:

– Ҡыҙыбыҙ Ләйсән башта хореография училищеһын һайланы. Үҙәнбайҙарҙың кәүҙә мыҡты, ә ҡыҙымдың балетҡа барғыһы килә. Уҡыу йорто директоры менән берлектә ҡыҙым менән һөйләшеп аңлаттыҡ. Әлбиттә, ул бик ауыр, күҙ йәше менән кисерҙе. Аҙаҡ әсәһе, ҡатыным Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙының һөнәрен – медицина юлын һайланы. Улым Салауат (Юлай улы – автор.) Санкт-Петербург ҡалаһында врач булып эшләй.

– Бөгөн социаль селтәрҙә бер ҡатындың яҙмаһына тап булдым. “Башҡорт йырҙары моң­һоу, тыңлағанда уйҙарға сумам, илағым килә башлай”, – ти ул. Беҙҙең сәнғәттә, ысынлап та, моңһоуыраҡ йырҙар күберәк өҫтөнлөк итәме?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Халыҡ йырҙары тураһында әйтәһегеҙҙер. Уларҙың тамыры тәрән. Халыҡ йырын бөтөн йырсылар ҙа башҡармай, сөнки уны йырлар өсөн тарихын, легендаһын белергә кәрәк. Сәхнәгә халыҡ йырын сығарып йырлау – бик яуаплы бурыс. Оҙон көйҙө өйрәнеп кенә булмай, ул тарих менән бәйле. Халыҡ йыры тауышты аса, барлыҡ тембры, обертоны, бар нескәлеге, матурлығы сағыла. Шуға күрә абитуриенттарҙы имтихандарҙа ҡабул иткәндә ниндәй генә телдә булмаһын, халыҡ йырҙарын башҡарыуын һорайбыҙ, шунда тауыш асыла, бына шунда күренә уларҙың бөтә булған булмышы. Хәҙер теге сит ил авторҙарының әйберҙәрен йырлайҙар ҙа, тауыштарын асыҡлап булмай.

Юлай Үҙәнбаев:

– Ғөмүмән алғанда, башҡорттар – бик моңло, төплө, уйсан халыҡ, ундайҙар бик һирәк. Ата-баба­ларыбыҙ ғүмер буйы һуғышта, ҡан ҡойошта булған. Рәсәйҙең нисәмә быуат арауығында уҙған яуҙарында ҡатнашҡан, батшалар ҙа белгән беҙҙең халыҡтың яугир икәнен. Ни өсөн йыр һағышлы сыҡҡан? Балалары, һөйгән ҡатынының етем ҡалырын, үҙҙәренең баш һалырын белгән улар.

– Һуңғы йылдарҙа сәхнәлә төҫлө яҡтыртҡыс, фонограмма ҡулланып йырлағандарҙы тамашасы ихлас ҡаршылай, шулаймы?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Артыҡ тауышы ла булма­ғандар, бәлки, шулайтып үҙҙәренең йырлау кимәлен йәшереп тә торалыр. Хәҙер йәштәр үҙҙәренсә башҡара, уларға ҡаршы тороп буламы ни?! Әйҙә йырлаһындар, эшләһендәр, уларҙың араларында моңло йырҙары һөҙөлөп кенә халыҡ күңелендә ҡаласаҡ. Сәхнәлә фонограмма менән йырлағансы, халыҡ йырын үҙ тауышы менән башҡарһа, халыҡ аяғүрә тороп алҡышлап ҡаршы аласаҡ. Халыҡ йырҙары өсөн уҡыу, аҡыл, зиһен кәрәк. Ул ҙур яуаплылыҡ.

Юлай Үҙәнбаев:

– Ғүмерле, ҡыҫҡа ғүмерле йырҙар була. Йәш барған һайын, музыкаға ҡараш та үҙгәрә. Русса һөйләшкән, ә үҙҙәре “Әсәйем яратҡан шул башҡорт йырын уйнағыҙ әле”, – тип үтенгәндәрен үҙем ишеткәнем бар.

– Өмөтлө йырсыларыбыҙ күпме?

Тәнзилә Үҙәнбаева:

– Уҡып сыҡҡас, кемдер уҡытыу эшенә китә, кемдер диплом алғас ҡына, үҙенең сәхнә кешеһе түгеллеген аңлай. Тик фанаттар ғына алға йырып бара, үҙ юлын таба, эшләй. Урта быуын йырсыларынан Радик Вәлмөхәмәтов, Венера Рәхмәтуллина, Хима Йән­бирҙина, Римма Амангилдина, Харис Шәрипов – барыһы ла – “Йәдкәр” коллективында ижади лабораторияла өйрәнеп үҫеп сыҡҡан йырсылар. Иглин районы ҡыҙы Азиза Закирова сәнғәт училищеһын тамамланы, бик тырыш, фанатка, быйыл институттың икенсе курсына күсте. Бергә йыр серҙәрен өйрәнеп, халыҡ, сит ил, классика әҫәрҙәрен башҡарабыҙ.

– Башҡорт музыкаһының киләсәге нисек?

– Буранбайҙар йәшәгән осорҙа бер ниндәй нотаһыҙ йырҙар халыҡтан-халыҡҡа күсеп, беҙҙең көнгә еткән. Халыҡтың моңо бар, тимәк, уның киләсәге өмөтлө һәм ул йәшәйәсәк.

- Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас