

– Быйыл беҙ ҡомалаҡ йыйыу эшен ағинәйҙәребеҙ менән бергәләп башҡарырға булдыҡ һәм йәмле Әй буйҙарындағы таллыҡтарға үрмәләп үҫкән ҡомалаҡты йыйыу өмәһенә сыҡтыҡ.
Ябай ҡомалаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре хаҡында аралашып, фекерләшеп тәбиғәттең биргән байлығына ҡыуанып, шөкөр итеп, шифалы үләндәрҙән самауыр сәйе менән һыйланып ял иттек. Донъяларҙың именлеген теләп, тәбиғәттең биргән байлығын иҫәнлектә-һаулыҡта ҡулланырға яҙһын тип доғалар уҡыныҡ,теләктәр теләнек – тип яҙа Дыуан-Мәсетле ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы Әхмәтханова.
Фото: Гөлназ Әхмәтханова