Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2023, 10:00

Яратҡан шиғырығыҙға тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!

Ә иһә, бәйгеселәребеҙҙең береһе, заманыбыҙҙың талантлы шағиры Фәнил Бүләковҡа тауыш биреү өсөн ошо һылтанма аша үтергә була:   

Яратҡан шиғырығыҙға тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!Яратҡан шиғырығыҙға тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!
Яратҡан шиғырығыҙға тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!

Дуҫтар! Яратып өлгөргән шиғырығыҙҙың авторына тауыш бирергә ашығығыҙ!

Гәзитебеҙ уҙғарған шиғырҙар бәйгеһе бөгөн киске 21:00 сәғәттә тамамланасаҡ! 

Ә иһә, бәйгеселәребеҙҙең береһе, заманыбыҙҙың талантлы шағиры Фәнил Бүләковҡа тауыш биреү өсөн ошо һылтанма аша үтергә була:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

Фәнил Бүләков Учалы районы Имәнғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. “Ҡибла эҙләгәндә”, “Торналарҙы офоҡ саҡыра” шиғри йыйынтыҡтар авторы. З. Биишева исемендәге 140-сы һанлы башҡорт гимназияһында эшләй.

 

***

Күптән инде ямғыр яуғаны юҡ,

Ҡорғаҡһыған япраҡ ҡыштыр-ҡыштыр.

Ел өҙгөләй кипкән үләндәрҙе...

Бәлки, ямғыр, болот килеп яуыр.

 

Күптән инде ихлас һөйләшкән юҡ,

Күңел сарсаған да алсаҡҡа.

Йөрәгемде аңлаусыны көтөп

Утын өҫтәйемсе усаҡҡа.

 

Йондоҙҙарҙың уты шундай сағыу,

Әммә һалҡын уның балҡышы.

Усаҡ йылыһынан ҡайнарыраҡ

Йөрәгемдең бөгөн ялҡыны.

 

Таң ҡояшы менән тыуған ысыҡ

Тамсы булып тама еремә.

Тамсы менән бергә ошо донъя

Яңы көнөм булып терелә.

 

Бөгөн күктәр йәнә күкрәп тора,

Болоттары һыҡтай һауала.

Йөрәгемә өмөттәрҙе үреп,

Күктән ямғыр күкрәп яуа ла.

 

Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға:

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917

Һәм тауыш бирергә була:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c

 

 

Тауыш биреү бөгөн, йәғни 27 августа, 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ.

 

Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ.

 

Ашығығыҙ, яратҡан шиғырығыҙға тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас