

Баймаҡ егете, әле Ишембай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәфис Ишбаев "Ретро-шлягер" вокал конкурсында төп призға - Лада-гранта автомобиленә лайыҡ булды. Был бәйге Ишембай ҡалаһының юбилейы айҡанлы үтте. Уға төп бүләкте - Лада Гранта автомобиле асҡысын Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов тапшырҙы.
Рәфис Ишбаев - бик тә талантлы, республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләрендә еңеү яулаған, үҙенсәлекле ижады менән халыҡ һөйөүен яулаған йырсы.
Афарин, Рәфис!
Фото: Ишембай район хакимиәте сайтынан