

“Бар бит халҡымда ҡыҙҙар!” – тип яҙып ҡуйҙым. Атаһы ла Саяғәфәр, үҙе лә… Тәүге шиғри йыйынтыҡтарында уны “Сәйғәфәр ҡыҙы” тип яҙалар ине, ә ысынбарлыҡта ул Саяғәфәр булғандыр?!
Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың “Атаҡай” хикәйәһен уҡығас, унда, ысынлап та, авторҙың үҙ атаһы мөһабәт һынлы булып күҙ алдына баҫа. Бына тигән, ҡойоп ҡуйған образ. Ысынында әҙәби әҫәрҙе образ – төп герой тота. Ул индивид, ул йөҙ, ул һын, ҡылыҡ-булмыштар: “Уның кеүек ирек һөйгән кешене белмәйем. Бер ниндәй сикләүҙе, баҫымды (ҡыҫымды) күтәрә алманы. Кемгәлер ниндәй һүҙ әйтеүҙән ҡурҡманы. Ғөмүмән, ҡурҡа белмәне. Уның өсөн түрә лә, хужа ла, Алла ла, мулла ла булманы. Тәбиғәткә бәйләнеүе шул ҡәҙәре ине. “Кейек булып урманда ла йәшәй алам мин”, – тип эре сирттереп тә ебәрҙе”, – тип яҙасаҡ ул артабан атаһы тураһында.
Ә ул – Саяғәфәр – беҙҙең заманда йәшәп ята, Салауат Юлаевты һөйләй, үҙе эскесе. Ғөмүмән, аптырағандан башын эскегә һалған. Атай үлгәс, ҡыҙы (автор) уның һабантуйҙа көрәшкән фотоһын барлай. “Һүрәттәге батырҙан кәм түгел. (Шулай әҙибәнең төп геройын тасуирлауы башлана). Тирләп бөткән, йыуан билендә – таҫтамал, ҡорһағы бүһерелеп алға сыҡҡан, ярһыған ҡарашы – дейеүҙеке. Ҡараһам, халыҡ араһында артта минең ярты битем эләккән”.
Әҫәрҙә ошо атаҡай ҙа, ҡыҙ (автор) ҙа – персонаждар. Хикәйәләүсе героиня менән атай. Көрәшсе һәм уның ҡыҙы. Эскесе ир һәм уның ҡатыны, балалары…
Атай менән ҡыҙы. Шул ир, ҡыҙын ҡыҙғанып, “Дружба” бысҡыһы менән телефон бағанаһын быса башлай. Уңарса улар ихатаһы алдындағы бағана башындағы матур егет уның ҡыҙына күҙ ҡыҫып тора, имеш… Атай, тиктомалдан боҙло һыу кисеп, йылға аръяғындағы текә ҡая битендәге ҡарлуғас ояһына үрмәләй. Уңарса алты-ете йәшлек ҡыҙы: “Шул ҡарлуғас ояһынан берәйһе йомортҡа алала микән?” – тип мығырлаған икән.
Ҡыҙы ла (автор) атаһына иш-ҡуш, хикәйә яҙғанда уҡыусыһынан йәшереп тормай ярып әйтә, әҙибә күкрәген киреп, күлдәген йыртып, йәнен асып һала: “Ирҙән айырылғанымды ишеткәс…” Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2014 йылда баҫылған “Күңелем йылы теләй” тигән повесть һәм хикәйәләр тупланмаһындағы “Юғалтыу-табыштарым” әҫәрендә “Ирем китте. Ташлап. Бөтөнләйгә” тип башлай.
Сая башҡорт ҡыҙы. Күҙәтеүемсә, башҡорт әҙибәләренең бик-бик һирәктәре генә шулай итеп үҙе хаҡында асығын яҙҙы. Ысынлап та, был – ҡыйыуҙар ғәмәле, саялыҡ билдәһе. Әҫәрҙә автор менән уның шәхесе берлеге. Әгәр ҙә үҙең шулай, шундай булмаһаң, бындай ҡыйыу, матур (“Атаҡай”) әҫәрҙе тыуҙырып та булмайҙыр.
Алығыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршыһы” китабынан (Өфө, 2020) “8 Март”, “Һыбайлы”, “Һуңғы һунар” хикәйәләрен! “8 Март”та ул тағы әсәһен яҙа. Әҫәрҙә уның авторҙың үҙе – лирик героиня ла бар. Ул, бәләкәс бала, мәктәптә әхирәтенән әсәһенең ауырлы булыуын ишетеп ҡайта, әсәһенең бәпәйләүен теләмәй көйһөҙләнә.
Ә “Һыбайлы” хикәйәһе… Был ғүмерҙә ниндәй генә хикәйәләр уҡылмаған да… Ул сит ил, татар, урыҫ әҙәбиәтенән дә!.. Һәм башҡорт әҙәбиәтендә яңынан-яңы, шәп хикәйәләр, үҙенсәлекле әҫәрҙәр барлыҡҡа килә (ә мин, иҫәүән, Сәғит Агиш, Шакир Насиров, Фәрит Иҫәнғолов, Шакир Янбаев, Рәшит Солтангәрәев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Динис Бүләков, Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Әмир Әминев, Мәүлит Ямалетдин, Хәйҙәр Тапаҡов, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Мәүлиҙә Әхмәтйәноваларҙан һуң бүтән йүнле хикәйә яҙылмаҫ, тип тә уйлағайным), ул – Миләүшә Ҡаһарманованың “Һыбайлы” хикәйәһе. Йөкмәткеһе лә хәтәр, үҙенсәлекле бит: немец штандартенфюреры башҡорт булып сыға. Ул 1914 – 1917 йылдарҙағы империалистик һуғышта ҡатнашҡан башҡорт әсиренең, һыбайлының, Мазһар-Маргустың улы. Быныһы ла башҡорт әҙәбиәтендә тәү тапҡыр бит. Башҡорт Маргустың улы штандартенфюрер, тип яҙа Миләүшә Ҡаһарманова.
Ирекһеҙҙән башҡорт ғалим-философы Салауат Ғәлләмовтың боронғо һинд-арий, герман философияһына арналған тәғлимәте иҫкә төшә (уның буйынса фарсы, ҡорттар, герман, француз-англосакстар башҡорттарға ҡан ҡәрҙәш, мең йыллыҡтар әүәл бер тамырҙан). Улай булғас, башҡорт балаһының яҙмышы хәтәр бит – ошондай уйҙарға ла тарыта Миләүшә Ҡаһарманованың хикәйәһе.
Теле нисек һуң уның? Ул “Биктимер һөйләшеүгә әүәҫ булып сыҡты” тип яҙмай, ә “Биктимер иллә һөйләшергә әүәҫ булып сыҡты” ти. Шулай ул йомшаҡ, әҫәргә ярашлы, алдағы абзац менән киләһен бәйләгән мелодика, үҙенең автор интонацияһын да барлыҡҡа килтерә.
“Һуңғы һунар” хикәйәһе… Рәшит Солтангәрәевтең ошо исемдәге хикәйәһе бар. Бында ла Миләүшәбеҙ Солтангәрәев юғарылығында, бер ҙә классик шулай яҙған, тип ҡурҡып-өркөп тормай, ә олпат Сәләхетдин ҡарт образын тыуҙыра. Һунарсы ҡарт табын әүәләй. Миләүшә Бөрйән районынан бит, үҙе һунарсы ҡыҙы ла. Айыу һунары тураһында ул яҙмай, кем яҙһын!
“Ҡарт ишетмәгән шикелле сәйен һемереп ултыра бирҙе!..
Күҙ ҡырыйын ғына шылдырып алды ҡарт:
– Бындай эш менән нишәп (урындағы һөйләш – Р.К.) йөрөйһөң? Ирең ҡайҙа?
– Тағы ике кис йөрөгәс, күреп ҡалдым баяғыны. Эт тә ныҡ ҡартайып китте шул, танауы еҫ һиҙмәйме, эҙҙе ауыр алды”. (Былай итеп һунар әмәлен белгән кеше генә яҙа).
– Асығыраҡ һоро айыу. Ҡая төбөндә ҡырҡматаш аҫтындағы соҡорҙо ҡаҙып йөрөй, ятырға әйтәлер шунда. Тау-таш араһын һайҙаған бит әле…”
Әҙибәнең теле һуң – һутлы, моңло башҡорт өнө. Был яғынан, тағы бөтә ижады менән дә ул башҡортобоҙҙоң традицион әҙәбиәтен, әҙәби телен кәүҙәләндерә. Ул – Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Таңсулпан Ғарипова, Рәшит Солтангәрәев, Ноғман Мусиндар ҡоронан. Вәт әй, бар бит башҡортобоҙҙа һәләтлеләр, егерменсе быуатта ла, егерме беренсеһендә лә шундай уҡ батырҙар – әҙибәләр, таланттар!
Ысынлап та, был – башҡорт урманы, был Солтангәрәев (“Һуңғы һунар”) менән Мусин (“Йыртҡыс тиреһе”) урманы, бында ла персонаждар бәләгә тарыған (малын һуҡҡан айыуҙы яңылыштан атҡан), шуның хаҡына Өфөләге судьялар “өңдән айыу алыуҙы ойошторһаң, эшеңде ябам” тип вәғәҙәләгән.
Образ тыуҙырыуҙа әҙибәнең тағы ла бер оҫталығына иғтибар итмәү мөмкин түгел, ул, ғөмүмән, дөйөм ижадҡа хас сифат – тормошто йәнә йәнәшәлек аша тасуирлау. Мәҫәлән, “Күбәләк ғүмере”ндә геройҙар кинотеатрҙа күбәләктәр йыйылмаһы күргәҙмәһен ҡарай. Һәм еңел тормош алып барыусы Арина үҙе лә күбәләккә сағыштырыла. Ысын күбәләк. Ғүмере лә күбәләктекеләй ҡыҫҡа һәм аяныслы.
“Сыйырсыҡ ояһы” хикәйәһендә сыйырсыҡ ояһы яһау һүрәтләнә. Нәҡ ошо деталь сюжетты ойоштороусы – хикәйә ҡоролмаһын тотоп торған булып сыға. Сөмбөлдөң атаһы оя яһай, ҡатыны “бында һинең шул сыйырсыҡ ояң ғына бар” тигәс, ояны туҙҙырып ташлай. Сөмбөлө иһә, үҙе донъяһында, яңы өйгә күскәс, шундай уҡ оя яһатҡыһы килә… “Һыбайлы”ла был деталь – һыбайлы… Бындай йәнәшә, төп сюжет йүнәлешенә ҡағылмаған деталдәрҙе һүрәтләү аша әҙип әҫәргә романтика, лирик йылылыҡ та өҫтәй, өҫтәй ала, өҫтәүгә өлгәшә.
…Бына шундай әҙибә Миләүшә Ҡаһарманова. Уны беҙ әле генә килеп, 50 йәшенә етеп барғанда, таныныҡ. Әйтәләр ине: һуңғы йылдар әҙәбиәттең офоғонда бер нисә Ҡаһарманова күренеп ҡалды, тип, ниһайәт, шуларҙың береһе генә күтәрелеп сыҡты һәм балҡып китте: элек шиғри китаптар баҫтырған, әле башҡорт прозаһында ныҡлы урын алған, үрҙә аталған классиктарыбыҙға эйәреп барған, дөрөҫөрәге, улар сафына инде баҫҡан шәхесебеҙ – яҙыусыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова – атлы бала, “Атаҡай” “Һыбайлы”, “8 Март” хикәйәләре, унан тағы бик күп тәрбиә темаһы, бала, әсә, әсәйлек әҫәрҙәре авторы һәм лирик героиняһы.
Ринат КАМАЛ