Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Август 2023, 15:00

Питер тамашасыһын хайран иткән!

Санкт-Петербургта башҡорт ҡатынының йырын илап тыңлағандар тип яҙалар. Ысынлап та иларлыҡ та шул...

Питер тамашасыһын хайран иткән!Питер тамашасыһын хайран иткән!
Питер тамашасыһын хайран иткән!

Социаль селтәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Башҡорт көндәрендә" Белорет районы Асы ауылы фельдшеры Фәриҙә Ноғоманованың башҡарған йырын барыһы ла яратып ҡабул иткән. Хатта уны Питер халҡы илап тыңлаған, тиҙәр. Иларлыҡ та шул... Тауышы ни тиклем моңло. Ул түбәндәге йырҙы башҡарған.

Моңланып ай нурҙарында
Һин сазыңды уйнаның:
Ниндәй ҡылдар сиртте, бәғерем,
Ул матур, йәш ҡулдарың?
Баксаның бер мөйөшөндә
Мин ултырҙым, тыңланым,
Тыңланым да мин ирекһеҙ
Йәшлегемде уйланым.
Уйланым мин йәшлегемде,
Һин сазыңды уйнаның.
Ҡайғылы күңелем тауында
Яңғыраны ҡылдарың.
Яңғыраны моңло ҡылдар...
Һин сазыңды уйнаның.
Сыңлаған шул ҡылдарыңдай
Бер-бер үтте йылдарым:
Үтте айҙар, үтте йылдар,
Түҙмәнем мин, иланым.
Үтте айҙар, үтте йылдар,
Һин сазыңды уйнаның.
Үткән ул даулы ғүмерҙәр
ҡан-көрәштә яңғырап.
Һаҡлағанмын тик күңелдә
Шул көрәштең моңдарын.
Аһ, терелттең һин күңелдең
Бар күмелгән ҡылдарын!
Яңғырап үткән ул ғүмерҙең
Мин ауазын тыңланым.
Яңғырап үтте ғүмерҙәр,
Һин сазыңды уйнаның.

Нәҡи Иҫәнбәт.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас