

"Интертат" сайты хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Ришат Төхвәтуллин "Болғар радиоһы"ның "Иртәнге сәй" тапшырыуында ҡатнашҡан.
Алып барыусылар йырсыға төрлө яҡлап һорауҙар яуҙырған ғына. Ришатҡа ике тәҡдим араһынан күңеленә оҡшаған береһен һайлап алырға кәрәк булған. Мәҫәлән, йүгереү һәм йөҙөү араһынан йөҙөүҙө һайлаған. Ә инде "малай" йәки "ҡыҙ" тигәндә ул шунда уҡ "малай" тип яуап биргән һәм ихласлап көлөп тә ебәргән.
Был һүҙең Хоҙайҙың "амин" тигән сағына тура килһен, Ришат!
Фото: "Туймазинский вестник" гәзитенән.