

Ошо көндәрҙә республикабыҙ Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 143 йыллығын билдәләне. Ә бына Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы өсөн быйыл уғата иҫтәлекле. Халыҡ шағирының 143 йыллығын билдәләү менән бер рәттән, Мәжит Ғафуриға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүгә – 100 йыл һәм Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы асылыуға 75 йыл тулды.
“...Нурғәниҙең ҡулы эшкә бармай, нимәгә тотонорға белмәй. Әле унда, әле бында һуғылып, ваҡыт уҙғара алмайынса ыҙалана. Иҫән була күрһендәр!
Ниңә һуң бөтә ерҙә лә шомло тынлыҡ? Уның түҙеме бөтөп, өйгә кермәксе ине инде. Ғилмениса ҡарсыҡ балҡыған йөҙ менән ихатаға сыҡты:
– Һөйөнсө, Нурғәни балам, улың бар!
– Рәхмәт, инәй!
Нурғәни баҫҡан еренән ынтылып, тапанып ҡуйҙы.
– Һөйөнсөгә бер бәрәс һиңә!
Шул ҡояшлы иртәлә донъяға килгән ир балаға Мәжит тип исем ҡуштылар. Был 1880 йылдың 20 июле, яңы стиль менән 1 август ине”, – тип яҙғайны шағир, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Ғилемдар Рамаҙанов үҙенең “Мәжит Ғафури. Халыҡ шағиры хаҡында китап” тигән документаль-биографик әҫәрендә.
Бер юлы өс датаны туйлап, БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булып торған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына “Шиғриәт байрамы”на дуҫтарын йыйып, халыҡ шағирын иҫкә алыу менән бер рәттән, уның ижадына байҡау яһанылар, шиғырҙарын уҡынылар, йырланылар, һүҙ оҫталары үҙҙәренең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.
Шиғриәт байрамына шағирҙың ижадын һөйөүселәр, Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, ижадын өйрәнгән ғалимдар, йәш шағирҙар, райондаштары, композиторҙар, ҡала хакимиәтенән һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкилдәр килде.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте был сарала үҙенең баҫма продукцияһын тәҡдим итте. Флүр Сибәғәтов авторлығында нәшер ителгән “Мәжит Ғафури. Шағирҙың ижадына яңы ҡараш” һәм Мәжит Ғафуриҙың “Фәҡирлектә үткән тереклек” тип аталған сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Сарала ҡатнашыусылар М. Ғафури һәйкәленә һәм уның ҡәберенә сәскәләр һалды.
Шиғриәттең көс-ҡеүәте баһалап бөткөһөҙ. Уйһыҙҙарҙы уйға һалыр, моңһоҙҙарҙы моңландырыр жанрҙың быуындарҙы бәйләп тороуы, беренсе халыҡ шағирыбыҙ йәшәгән йортҡа йәш шағирҙарҙың да ҙур теләк менән килеүе ҡыуандыра.
Рита ХӘСӘНОВА

