

Әбйәлил районының Хәмит ауылы егете Вилдан Зәйнәшевтең йырлағанын беренсе тапҡыр бынан бер нисә йыл элек 8 мартта – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә ишеткәйнем. Егет матур йырын ғәзиз әсәһенә һәм барлыҡ гүзәл зат вәкилдәренә байрам айҡанлы бүләк иткәйне. Вилдандың Хәмит ауылы китапханаһы төркөмөнә ҡуйылған был видеояҙма күптәрҙе хайран ҡалдырғайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш ҡай саҡ бигерәк аяуһыҙ шул, әҙәм балаһын төрлөсә һынай. Күҙҙәре күрмәһә лә, хәҙер егет ғәзиз әсәһе Миләүшә, һеңлеһе Зөбәржәт ярҙамында йөрәк түренән сыҡҡан моңон тыңлаусыларға еткерергә ынтыла. Тауышы иҫ киткес уның! Баянда ла бына тигән уйнай. Бөгөн һеҙгә Вилдан ЗӘЙНӘШЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Вилдан, халҡыбыҙ йырҙарын башҡарырға яратаһың, заманса йырҙарҙы ла бына тигән атҡараһың...
– Үҙемде иҫләгәндән алып, йыр-моңға ғашиҡмын, бәләкәй сағымдан төрлө йырҙарҙы отоп алам да, уларҙы туғандарым алдында башҡарырға ярата инем. Бер йылы, мәктәпкә уҡырға төшмәҫ элек, шыршы байрамында “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем” йыры менән сығыш яһауым, шул ваҡытта ауылдаштарымдың алҡышлауы иҫтә ҡалған. Ошо мауыҡтырғыс сәнғәт донъяһына ынтылышымды әсәйем менән атайым һәр саҡ ҡеүәтләп торҙо. Тап уларҙың ярҙамында Әбйәлилдең төпкөлөндә ятҡан Хәмит ауылынан район үҙәге Асҡарҙағы музыка мәктәбенә уҡырға барҙым.
Вокал буйынса уҡытыусым Ринат Булат улы Ҡорманаев етәкселегендә йәш музыканттар араһында Сибайҙа, Баймаҡта, Өфөлә үткән бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулағайным. 11 йәшлек сағымда Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров призына Әбйәлил районы конкурсында “Әсәй мине таңдан уят әле” йырын башҡарып беренсе урынға лайыҡ булғайным.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, VI класта уҡыған саҡта башына ҡатмарлы операция үткәргәндән һуң күреү һәләтем юғалды. Белем алыуымды һуҡырҙар өсөн махсус коррекция мәктәбендә дауам иттем. Тағы операция өҫтәленә ятыу, унан һуң байтаҡ реабилитация үтеү арҡаһында был уҡыу йортондағы уҡыуымды ла туҡтатырға мәжбүр булдым. Әле өйҙә әсәйем һәм һеңлем ярҙамында төрлө йырҙарҙың һүҙҙәрен ятларға һәм башҡарырға тырышам, көйҙәрен тыңлап өйрәнәм.
– Былтыр республика күләмендә үткәрелгән бәйгелә Гран-приға лайыҡ булғайның бит әле?
– Эйе, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Таланттар йондоҙлоғо” һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижад фестиваленең Гала-концертында ҡатнашырға һәм гран-при яуларға насип итте. Был көн күңелемдә яҡты хәтирә булып ҡалған, сөнки унда миңә республика бәйгеһенең төп бүләге тапшырылғайны.
– Был бәйгелә күптәр үҙҙәрен һынап ҡарағандыр?
– “Әсә йөрәге" әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова саҡырыуы буйынса "Таланттар йондоҙлоғо" мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады фестиваленең 11-се бүләкләү тантанаһы үткәрелгәйне. Был фестиваль тотош Башҡортостандан үҙенсәлекле балаларҙың һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирә. Сарала 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
– Тағы Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин исемендәге республика йыр-бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын яулағайның бит әле...
– Халыҡ йырсыһы репертуарынан “Уҡытыусыма” һәм “Уралым” йырҙарын башҡарҙым һәм беренсе урынға лайыҡ булырмын, тип һис уйламағайным, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, был бәйгелә күҙ-терәгем, таянысым булған әсәйемдең арҡаһында ҡатнаша алдым. Ул мине конкурс шартына тура килгән йырҙар һайлау һәм уны башҡарыу өҫтөндә эшләү өсөн төпкөлдә ятҡан Хәмиттән район үҙәге Асҡарға остазыма йөрөтөү, конкурстың онлайн рәүештә уҙған һайлап алыу турынан үткәс, төп бәйгегә Белорет районы Әхмәр ауылына оҙатып алып барыу кеүек мәшәҡәттәрҙе башҡарҙы. Шуға ҡәҙерле кешемә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
– Был еңеү, әлбиттә, күңелеңдә ҙур эҙемтә ҡалдырғандыр, ҡанат ҡуйғандыр?
– Эйе, минең йырҙарҙы башҡарыу һәләтен шундай юғары баһалауҙары өсөн сикһеҙ ҡыуандым, әлбиттә. Минән бигерәк ғәзиз әсәйем, һеңлем һәм яҡындарым ныҡ шатланды, сөнки көн һайын улар минең янымда һәм минең барлыҡ ҡыуаныу-һыҙланыуҙарымды үҙенекеләй ҡабул итә.
Әйткәндәй, былтыр тағы Туймазыла үткәрелгән “Оҙон көй” бәйгеһендә һәм быйыл “Ирәндек моңдары” бәйгеләрендә III дәрәжә лаурет булыу бәхете тейҙе. Икеһендә лә беренсе тапҡыр ҡатнаштым.
– Тормошҡа ашырырға теләгән уй-хыялдарым байтаҡ: мәктәпте тамамларға, вокал буйынса уҡырға инергә һәм, ижади һәләтемде профессиональ йырсылар араһында ла һынап, “Башҡорт йыры” телепроектында ҡатнашырға ине уй-ниәтем. Тағы ҡурайҙа уйнаһаң һәм рус, итальян йырҙарын да башҡарһаң, уйнаһаң ине тип хыялланам.
– Барлыҡ уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйем һиңә, Вилдан!
Фото: Вилдан Зәйнишевтең архивынан.