

Дүртенсе көн ашхананан сығып барғанда Гөлсөм танышын ҡыуып етте.
– Булат... Һеҙ, зинһар, мине ғәфү итегеҙ инде, йәме, теге мәл өсөн...
Ир көлдө генә:
– Ярай, үткән-бөткән. Һин дә үпкәләмә, мин бер нәмә лә уйламай әйттем.
– Аңлашылды...
– Ҡарале, Гөлсөм, кисә кис һиңә киноға барайыҡ тип тәҡдим итәйем тиһәм, шылтыратырға телефоның юҡ, барып шаҡып торһам, килешмәҫ тинем. Номерҙарҙы алмашайыҡмы?
– Алмашайыҡ һуң.
Ҡатын телефон һандарын әйтеп яҙҙырҙы ла, унан шылтыратыуҙы ҡабул итеп, номерын һаҡлап маташа ине, ҡапыл... УЛ шылтырата! Тертләүҙән ҡулындағы телефоны ни ғиллә менәндер өҫкә һикереп китеп, уны ҡаршыһындағы ир саҡ тотоп ҡалды. Ныҡ тулҡынланған Гөлсөм, һаман зыңлаған телефонын Булаттан тартып тигәндәй алып, ситкә йүгерҙе:
– Алло! Алло!.. Мин тыңлайым?..
– Рауза гөлөм, һин ҡайҙа, йәнем?
– Бында! “Ҡырым таңдары” ял йортонда.
– Күрешәбеҙме, гүзәлем?
– К-күрешә-йек...
– Әйҙә, улайһа, адресты яҙып ал...
Гөлсөм Булатты ла, Булатты ғына түгел, бар донъяһын да онотоп, номерына йүгерҙе. Ашығып душ ҡойонғас, ял йортоноң бөҙрәханаһына барып сәсен ҡупшылатып һалдырҙы, еңелсә генә макияж һылатты. Юлға сығыр алдынан бик оҙаҡ эҙләп йөрөп һатып алынған һәм инде нисә көн буйы ошо сәйәхәттәге үҙ ролен көтөп торған матур күлдәген кейеп, беҙ үксәләрендә тыҡылдата баҫып сығып та китте. Шифахананың коридорында, паркында уны аңғарған ир-ат ирекһеҙҙән боролоп ҡараны, ҡатын-ҡыҙ һынсыл итеп баштан-аяҡ һөҙөп ҡалды. Ә ул, үҙе артынан һиҙелер-һиҙелмәҫ татлы хушбуй еҫе ҡалдырып, бер илаһи нур солғанышында атланы ла атланы.
Тел осонда туҡтауһыҙ өйөрөлгән адресты эҙләп тапты ҡатын. Бер-береһенә сырмалышып үҫкән ағастар һәм гөлдәр араһындағы ҙур булмаған ике ҡатлы йорт икән. Ҡапҡаһындағы зыңғырлаҡҡа баҫҡайны, эстән һауылдап эттәр өрҙө, уларҙы тынысландырып өндәшә-өндәшә... Ул килеп ишек асты. Гөлсөм шул саҡ һушын юйып йығылыр һымағыраҡ булып китте лә ҡапҡа яңағына терәлә биреп ҡалды. Өс йылдан ашыу фотоларынан күҙен ала алмаған, йөҙөндәге һәр һырын белгән, ҡарашының әллә нисә төрлө сағылышын хәтеренә һеңдереп ҡуйған кеше алдында тора, бына. Алсаҡ йылмайып, ҡоластарын йәйгән:
– Алтыным, килеп еттеңме?
– Йә, һаумы?.. – Гөлсөм ирҙең ҡосағына тура барып инергә ҡыймай, уның йыуан йөнтәҫ беләктәренә генә ҡағыла биреп ҡуйҙы. – Бына, яҙғас, күрештек.
Ир ҡатынды әйҙүкләп урамдағы таш һуҡмаҡ буйлап алып китте. Ике яҡлап ике алаптай эте улар ыңғайына ҡуша юртып барҙы. Гөлсөм уларға һағайып ҡараны. Ир бурҙайҙарын ҡыуҙы:
– Китегеҙ! Барығыҙ үҙ юлығыҙ менән, миндә ҡәҙерле ҡунаҡ бөгөн, китегеҙ.
Эттәре, әллә ысынлап аңлап, тороп ҡалды. Күпереп үҫкән сиҙәмгә ятып уҡ алдылар.
Үҫентеләр менән уратылған беседкаға үттеләр. Гөлсөм был яҡтағыларға хас булғанса йәйге йәшәү стиленә, уның үтә лә нәзәкәтле, йылы мөхит булыуына һоҡланып ҡараны. Ир өҫтәл әҙерләп үк ҡуйған, шарап та сығарған. Аҙыраҡ мәшәҡәттәренән бушағас, ул Гөлсөмдө шаян, әммә шул уҡ ваҡытта бер тартыныуһыҙ ҡыйыу ҡараш менән сәстәренән алып аяҡ осонаса байҡап сыҡты. Унан ҡәнәғәтлеген йәшерә алмай бармаҡтарын шартлатты:
– Сибәркәй! Ошо матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр ҙа һуң!
Ҡатын уңайһыҙланыуынан бөршәйә төштө. Бындай уҡты көтмәгәйне бит. Ир инде уны өйөнә әйҙүкләне:
– Әйҙә, матурым, йортомдо ла күрһәтәйем. Баҡсала аҙыраҡ экскурсия үтәйек. Унан беҙҙе өҫтәл көтә.
Ике ҡатлы йортҡа ҡиммәтле ялтыр йыһаз тултырылған, һәр әйбер, һәр ваза хаҡына торошло булып балҡып ултыра ине. Был яҡ халҡының йәшәү үҙенсәлеге лә, өй-йорттарын биҙәү стиле лә, хатта мебель дә икенсе төрлөрәк, тормош та күпкә байыраҡ һәм мулыраҡ икәне күҙгә ташланмай ҡалмай. Гөлсөм быларҙы беренсе ҡараштан уҡ төшөнөп өлгөрҙө.
Баҡсаһында гөл-сәскәләр ҙә бер нисә йәшелсә түтәле. Ә гөлдәре инде күҙҙең яуын алырҙай. Раузалары ғына ла тиҫтәләгән төрҙә.
– Мин сәскә үҫтерергә яратам. Ә һин? – тип һорай уның телһеҙ ҡалып торғанын тантана итеп күҙәткән ир.
– Мин дә, – тигән булды ҡатын, тартына биреп. Ысынында улар яғында сәскә үҫтереп алыу – ауыр хеҙмәт. Уларҙы ҡырауҙарҙан һаҡлап, ҡурсалап, бәпләп кенә торорға кәрәк. Бындағы һымаҡ шаулап ултырһындар өсөн ошо ҡояш менән диңгеҙ булыуы мотлаҡтыр инде...
Бер килке йөрөп әйләнгәс, ир ҡунағын беседкаға кире борҙо. Өҫтәл янына ултырыштылар. Шарап асып ҡойолдо.
– Йә, йондоҙом, осрашыу хөрмәтенә!
Аҙыраҡ бокалдағын ауыҙлағас, хуш еҫле салаттар тәмләнде, ниндәйҙер ят ризыҡтар ашап ҡаралды. Бына һиңә! Ҡайҙалыр яҡында ғына тулҡынған диңгеҙ шауын тыңлап, түңәрәк табын тирәләп һәм, иң мөһиме, йөрәгең түрендә йәшәгән кеше менән ҡара-ҡаршы ултырыу – иң ҙур бәхеттер. Һәм был бәхет әлеге мәл Гөлсөмгә тәтегән. Кисә генә ул бер бисара хәлендә ине, бөгөн үҙен иң һөйөклө, иң ҡәҙерле ҡатын итеп тоя.
– Бына мин ошолай йәшәйем. Мин хеҙмәт кешеһе, ҡалалағы йортома һирәк кенә ҡайтып китәм. Бында йорт ҡараусы бар. Үҙем ҡасабалағы виноград плантацияһындағы бәләкәй өйөмдә көн күрәм. Күберәк шул тауарҙы һатыу, урынлаштырыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм. Һин... китапханасы бит әле, шулаймы?
– Эйе.
– Ә китапханасы... Ул китаптар һатамы?
– Юҡ, – бындай хәбәрҙән Гөлсөм көлөп ебәрмәй түҙә алманы, – китапханала халыҡҡа уҡырға китап таратып ултырам.
– Таратып? Бушлаймы ни?
Ҡайһылай мәрәкә был?...
– Әлбиттә, бушлай. Дәүләт китапханаһы ла һуң ул. Китапханала булғанығыҙ юҡмы ни?
Ирҙең йөҙөнән йылмайыу китмәй:
– Тура килмәне шул, аҡыллым. Мин бәләкәйҙән атай-ағайҙарыма эйәреп, виноградта эшләп үҫтем.
Ҡатын уның был яуабын шаяртыу тип ҡабул итте, сөнки, уныңса, китапханаға инеп ҡарамаған кешенең булыуы мөмкин түгел.
– Китаптарҙы буш таратып ултырған өсөн күпме аҡса түләнә һуң һеҙгә?
Бындай һорау көтмәгән ҡатын уртлаған һыуына сәсәп китте. Ир йәһәтләп килеп уның арҡаһынан ҡаҡты. Сәсәүе үткәс тә Гөлсөмгә хужаның ауыр усы уның иңендә оҙағыраҡҡа туҡталғандай булды, һәм ул ситкә тартыла төштө:
– Рәхмәт... рәхмәт.
Ҡаршыһына ҡабат ҡунаҡлаған ир һөйләшеүҙе йорто тирәһенә күсерҙе. Был өйҙөң ерен ҡасан нисә тонна виноград йыйғандан һуң алыуын, нигеҙен ниндәй уңыштан, ҡыйығын нисәнсе йылғы уңыш шарабын һатҡан килемдән ҡаплап ҡуйыуы хаҡында бәйән итте. Уны тыңлап ултыра торғас, тора-бара Гөлсөм бөтөн был математика әңгәмәһендә буталды. Тонналар һәм миллиондар тигәнен генә аңлаһа, сауҙа, баҙар, алыш-биреш тураһындағы өлөштәрен бөтөнләй һеңдерә алманы. Үҙенең шундай сикле һәм иҡтисад өлкәһендә бөтөнләй наҙан булыуына оялып, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙы. Ә ир һөйләне лә һөйләне.
Көн эңергә һарҡыуға, алдындағы шарап шешәһен тағы бер тултырып килтереп бушатҡас, ир яңы тәҡдим яһаны:
– Рауза гөлөм, әйҙә минең виноград баҡсаһына юлланайыҡ. Унда иркенлек, хозурлыҡ, бындағы ҡала шау-шыуы юҡ. Шешлек ҡурырбыҙ, сауна бар... Әйҙә!
– Ой... – ҡатын икеләнде, – мине ял йортонда юғалтырҙар ул. Бөгөнгә ошо етәр ҙә...
– Ниндәй “етәр”? Ял йортона хәбәр итербеҙ. Бик теләмәһәң, бер аҙыраҡтан такси менән ҡайтарырмын. Беҙ бит һинең менән нисә йылға бер осрашып торабыҙ, матурым?
Ир ай-вайына ҡуйманы Гөлсөмдөң. Ул арала таксиһы ла килә һалып етеп, тағы ла күңелсәгерәк, тағы ла телсәнерәк булып киткән хужа, ҡунағын ҡултыҡлап машинаға әйҙәләне. Бына улар, ап-аҡ мәрмәр ҡаланы сығып китеп, ялтыр асфальт буйлап диңгеҙ ҡырынан елде. Ун-ун ике саҡрымдай үткәс, тимер сым менән генә кәртәләнгән күҙ күреме еткеһеҙ виноград баҡсалары йәйрәп ятҡан ерҙәр буйлап бара биреп, бер ҡырға туҡтанылар. Унда йәтеш кенә өй һынланды. Хужаны ниндәйҙер эшсеһе ҡаршы алды. Уныһына күрһәтмәләр биргәс, ҡатынды тағы ла үтергә, иркенләргә, тартынмаҫҡа саҡырҙы, өҫтәл янына ҡоҙаланы. Гөлсөм инде был юлы табындан баш тартты. Эшсеһе шешлек ҡурырға әҙерләнә башлағас, ошо икәү виноград рәттәре буйлап китте.
- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА