Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2023, 07:17

Балерина, педагог һәм остаз

Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә күргәҙмә эшләйәсәк.

Балерина, педагог һәм остазБалерина, педагог һәм остаз
Балерина, педагог һәм остаз

Хөрмәтле өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 16 мартындағы «Тамара Шәһит Ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында»ғы 176-сы Указына ярашлы, быйыл күренекле балеринаның юбилейы билдәләнә.

Һеҙҙе РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Тамара Шәһит Ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның (1923-1998) 100 йыллығына арналған «Тамара Хоҙайбирҙина-балерина, педагог һәм остаз» күргәҙмәһен асыуға саҡырабыҙ.

Күргәҙмәлә БР Милли музейы филиалы Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы фондынан документтар, китаптар, фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр тәҡдим ителгән.

«Тамара Хоҙайбирҙина – балерина, педагог һәм остаз» күргәҙмәһе 2023 йылдың 4-30 сентябрендә Ш.Ә. Хоҙайбирҙин музейында, Өфө ҡалаһы, Яңы Күпер урамы, 20 адресы буйынса эшләйәсәк.

Күргәҙмәне асыу ваҡыты: 2023 йылдың 4 сентябре 15.00 сәғәттән 15.40 сәғәткә тиклем.

Белешмәләр өсөн телефон: +7(347)272-65-43.

Балерина, педагог һәм остаз
Балерина, педагог һәм остаз
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас