

Ваня Дмитриенко - бәлиғ булмаҫ борон "Форбс" исемлегенә ингән Рәсәй музыканттарының тәүгеһе. Уның «Венера-Юпитер» йырын ишетмәгән кеше юҡтыр.
Музыкант ижадын һөйөүселәрҙе ҡыуандырыуын дауам итә, ә өфөләргә ул үҙенең энергияһын һәм кәйефен бүләк итергә әҙер! 17 сентябрҙә «Әйҙә уйнарға» беренсе Бөтә Рәсәй уйындар фестивале ҡунаҡтарына популяр йәш йырсы үҙенең байрам концертын бүләк итә. Осрашыу урыны - Совет майҙаны, киске сәғәт 5.
«Әйҙә уйнарға» уйындар фестиваленең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/
Фото: https://vk.com/vanya_dmitrienko