

"Бәйләнештә" социаль төркөмөндәге сәхифәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юллдашева тормошондағы киҫкен үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте.
Ул "Ай ҡыҙы" сериалында төп героиня ролен башҡарып, танылыу алғайны.
- Бөгөндән башлап мин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләмәйем. "Бөҙөрләтеп" яҙмалар ҡуймайым, гел ҡыҫҡа, тура, нисек бар шулай әйтәм. у
Ҡурҡмағыҙ, сәхнәне ташламайым, минең булмышым ул нәфис һүҙ, шиғри донъя. Башымда 77 уй һәм идеялар. Алла бирһә, осрашырбыҙ. Насип булһын, - тип яҙа актриса.
Ул филармонияла 23 йыл эшләгән булған.
Эльмира яңы шөғөлөн дә шаулатып алып барыр тип ышанабыҙ.
Фото һәм видеояҙма: vk.com/elmira_.