Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Сентябрь 2023, 10:30

Стәрлетамаҡ артистары утты еңеп күрһәтәсәк

Унда геройҙар уйын формаһында балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштыра.

Стәрлетамаҡ артистары утты еңеп күрһәтәсәкСтәрлетамаҡ артистары утты еңеп күрһәтәсәк
Стәрлетамаҡ артистары утты еңеп күрһәтәсәк

15 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары тамашасыларҙы Наталья Шор пьесаһы буйынса «Ут менән мажаралар» тигән фәһемле әкиәт менән таныштыра. Унда геройҙар уйын формаһында балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштыра.

Фестиваль Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанында уҙа. Дүрт көн дауамында майҙансыҡ Рәсәй уйынсыҡтар етештереүселәренең, йәнһүрәт геройҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе, иң яҡшы балалар тәжрибәләрен күрһәтеү урыны буласаҡ. Фестивалдең киске программаһында - популяр артистарҙың сығышы һәм көн һайын йәнһүрәттәр күрһәтеү.

«Әйҙә уйнарға» уйындары фестиваленең программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас