Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентябрь 2023, 21:25

"Арба" әкиәтен ҡарарға килегеҙ

Иртәгә, 14 сентябрҙә, Өфөнөң Совет майҙанында “Әйҙә уйнарға” фестивале башлана. 17.00 сәғәттә БР Милли йәштәр театры балалар өсөн башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнгән “Арба” спектаклен күрһәтәсәк.

- Әкиәт баланы тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ярҙамында тылсымға ышанырға ғына түгел, ә уны тормошҡа ашырырға ла мөмкин. “Арба” әкиәте аяҡтары ялҡау, йөрәге ҡурҡаҡ, үҙе аҡылһыҙ кеше менән ни булыры тураһында уйларға мәжбүр итә. Ундайҙар кешеләр араһында ғына түгел, төрлө әкиәт персонаждары араһында йәшәй алырмы? Был музыкаль спектакль артистар менән бергә йырлау, бейеү мөмкинлеген дә бирә - балаларға оҡшар, моғайын, - тип һөйләнеләр театр матбуғат хеҙмәте.

Фестиваль тураһында тулыраҡ бында танышырға мөмкин:  https://айдаиграть.дети/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: