

Донъялағы иң боронғо уйынсыҡ нимә булған тип уйлайһығыҙ? Юла! Әйткәндәй, был уйынсыҡ донъяның бөтә ҡитғаларында таралған булған, уның ярҙамында хатта ут тоҡандырғандар. Ә беҙҙең өләсәйҙәр һәм олатайҙар ниндәй уйындар уйнаған, уларҙың ниндәй уйынсыҡтары булған икән? Ошолар хаҡында 14-17 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтәсәк Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға!” фестивалендә белергә, танышырға мөмкин буласаҡ.
Фестивалдең тулы программаһы менән танышыу өсөн һылтанма: https://айдаиграть.дети/
Фото: umitoy.ru