Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентябрь 2023, 13:00

Радик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтаған

Ул бала саҡта яратҡан уйынсығы тураһында һөйләне.

Радик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтағанРадик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтаған
Радик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтаған

Баш ҡалабыҙ Өфөлә “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале башланды. Ул бала-сағаны ғына түгел, ә өлкәндәрҙе лә, билдәле артистарҙы ла үҙенә йәлеп итә. Уйлап ҡараһаң, улар ҙа ҡасандыр бала булған, уйнсыҡтар менән уйнаған.

Фестивалгә килгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин да бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөгөнгө фестивалдең тап Башҡортостанда үткәрелеүе республика өсөн мөһим, тип иҫәпләй ул.

- Бындай байрамдар кәрәк. Бына үҙем ошо майҙансыҡҡа килгәс, бала саҡта йәнһүрәттәрҙә ҡараған персонаждарҙы яҡындан күреү шундай бәхет, яҡты хәтирәләрҙе уятты. Күңелгә йылы булып китте. Ошондай байрамдың беҙҙең республикала үтеүенә шатмын. Күреп торам, бик күп ҙур ҡунаҡтар килгән.

"Төньяҡ амурҙары"ндағы Малай тигән персонаж миңә бик тә килешә. Үҙем шул йәнһүрәттә йәшәгәндәй кеүекмен. Ул малай миңә оҡшаған. Ошондай кимәлдәге йәнһүрәттәр беҙҙең Башҡортостанда һәм башҡорт телендә эшләнгәненә шатмын.Шундай йәнһүрәттәр булырға тейеш. 

Бала саҡта кем уйнарға яратмай?! Мин юла, тимер юлы менән уйнарға яраттым. 12 йәштә бөтөн уйындарҙы ситкә ҡуйып, музыка менән шөғөлләнә башланым, – тине артист.

Автор фотоһы.

Радик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтаған
Радик Юлъяҡшин 12 йәшендә уйнауҙан туҡтаған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас