Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына быйыл дәғүә итеүселәр араһында Мөнир Ҡунафиндың “Бер ғүмер етмәй икән...” тигән очеркы менән “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” юлъяҙмаһы ла бар.
Очерк махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған сая Фәнис Хөсәйеновҡа арналған. Ул ике бүлектән тора. Беренсеһендә автор, “әнекәүе” Фәриҙә апай, бер йорт аша күршеләре Мөнирә Саяпова, башланғыс кластарҙа белем биргән уҡытыусыһы Айһылыу Хәзипованың иҫтәлектәренә таянып, геройҙың бала сағын, үҫмер йылдарын күҙ алдына баҫтыра. Ҡыйыу, үткер, етеҙ, мөләйем, ихлас ярҙамсыл булып үҫә, тип яҙып ҡуйыу менән генә сикләнмәй журналист, әйткәндәрен аныҡ миҫалдар менән раҫлай.
“Кейәүгә сыҡҡансы Ҡайпанға йәйәүләп төшә инем, – тип хәтерләй Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы. – Бер көн юлда Ҡыш бабайҙы осраттым, тим балаларға. Ҡайһы бала яҡшы уҡый, шуның парта аҫтына бүләк һалырмын, тине, тим. Былар тырышып уҡый башланы, көн дә парта аҫтын ҡарайҙар. Яңы йыл етәрәк, уйынсыҡ-күстәнәстәр һатып алдым да һәр береһенең парта аҫтына һалып сыҡтым. Иң ныҡ шатланғаны Фәнис булды. Барыһы ла һөйөнгәндер, әлбиттә. Ләкин Фәнистең шатлығы бар донъяға түгелеп китә ине, йөҙөнә, күҙенә, бар булмышына сыға ине. Бер генә ҡыҙ бит инде, уға заколка ла ҡыҫтырҙым. Фәнис аптырай, хатта Зилиәнең ҡайҙа ултырғанын да белгән, хәтәр икән был Ҡыш бабай, уға бит бер ҙә машина һалмаған, ти. Шунан үҙенсә һығымтаға килеп, ә, ҡыҙҙар биштәренән таныған инде уны, тигән булды”.
Фәнис тыуғас, уны мунсала беренсе булып йыуындырған Мөнирә апай киләсәктә егетте ҙур батырлыҡтарға алып килер һәләтен телгә ала: “Уның иҫ киткес бер шауҡымы, тылсым көсө бар инеме икән, оҫталыҡмы, белмәйем, ул һис ҡуҙғалмаҫ тракторҙы ла көйләп, терелтеп алып китер ине. Матаймы ул, трактормы, машинамы, ултырып сыға ла китә. Техниканы ныҡ белде, һис тә аптыраманы. Ремонтларға булһа ла, телен белә, асҡысын таба ине. Колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне”.
Үҫмер генә Фәнис “мужиктарса” фекерҙәр менән йәшәй. 2014 йылда уҡ әле “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә “Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ә нишләп ҡыйыуыраҡ булмаҫҡа?!” “Эшләнең икән – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә, эш үткәс – үкенмә!” тип юҡҡа яҙмағандыр.
Икенсе бүлек ҡурҡыу белмәҫ Яңы Ҡайпан ауылы егетенең батырлығы хаҡында һөйләй.
Фәнис Хөсәйеновтың махсус операциялағы хеҙмәте тураһында материал туплау Мөнир Ҡунафинға ауырға төшә, “мужской разговор”ға МТМ-ға саҡырған элекке хәрби, подполковник Хәлил Лотфуллин һәм яҡын дуҫы Айҙар Камилйәнов журналисты ҡыҫымға ала, ғәйеп ташлай: “Фәнис иҫән саҡта ҡайҙа инегеҙ һуң? Үлгәнен көттөгөҙмө ни? Батырлыҡтарын барыһы ла белде, унан һуң Фәнис ҡайтып та китте. Үҙен күреп һөйләшергә була лабаһа. Үлгәс, һәр береһенең хәтеренә төштө. Иҫән сағында хәтерләргә ине…”
Берәү булһа, ғәйебен танып, ҡул һелтәп кире боролор, туплаған материалдары менән генә сикләнер ине, әммә ҡәләмдәшем ундайҙарҙан түгел, әңгәмәселәренә асҡыс таба, телдәрен барыбер систерә. “Хасан”дың (Ф. Хөсәйеновтың позывныйы) яраланған генерал-майорҙы госпиталгә алып барыуы, аҙна буйы дошман тылында булғандан һуң, разведканан планшет һәм “тел” алып, тегеләрҙең БТР-ында ҡайтып төшөүе тураһында ҡыҙыҡһыныусылар очерктан белә ала.
Мин авторҙың бер әҙәби алымына ғына туҡталмаҡсымын. Ул Фәнисте халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Үлмәҫбайы менән сағыштыра. Үлмәҫбай “башҡорттоң ҡунаҡсыллығын” күрһәтергә әсирҙе “ҡунаҡҡа” алып ҡайта, Фәнистең дә дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра, уның эсендә кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята. Бына ошондай урынлы ҡулланылған әҙәби алымдар әҫәрҙе тағы ла уҡымлыраҡ итә, тәьҫир көсөн арттыра.
24 йәшлек Ф. Хөсәйеновтың батырлығын күрһәтеү өсөн авторҙың Ҡайпан ауылы тарихына күҙ һалыуы ла, 100 кешенең Салауат отрядына ҡушылыуын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 175 ир-егеттең 74-е генә әйләнеп ҡайтыуын телгә алыуы ла урынлы, минеңсә.
Мөнир Ҡунафиндың премияға тәҡдим ителгән икенсе әҫәре – “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” Бая телгә алған журналист очеркын батырҙы яҡшы белгән кешеләрҙең һөйләүе буйынса яҙһа, был юлы үҙе күргән, үҙе кисергән, үҙе ҡатнашҡан ваҡиғалар аша тасуирлай, шуға ла “Махсус хәрби операция биләмәһенән юлъяҙма” тип атай. Махсус операцияла ҡатнашыусылар, ялға ҡайтыусылар, гуманитар ярҙам ойоштороуҙар хаҡында матбуғатта йыш яҙылһа ла, радио-телевидение әленән-әле һөйләп торһа ла, тәфсирләп яҙылған бындай әҫәргә тәүгә юлығыуым, уны йотлоғоп уҡыным, “Башҡортостан”дың һәр һанын көтөп алдым.
Юлъяҙманы уҡығас, шул иғтибарҙы йәлеп итте: журналист үҙе осрашҡан яугирҙәргә күберәк һүҙ бирергә тырыша, кәрәк тип тапһа ғына, уларҙың һөйләгәндәренә баһа бирә.
Гәзиттең 8 сентябрь һанында телгә алынған “Боцман”ды һуғыш ялҡыны беренсегә генә өтмәй. “Беренсе Чечен һуғышын күргән, Хәрби-диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветераны. Эйе, тәжрибә бик ҙур, күпте күргән, күпте кисергән. Бында ул һалдаттарға командир ҙа, терәк тә, кәрәк икән, ағай ҙа, атай ҙа”, – тип яҙа автор. Рота командиры ике ул үҫтерә. Өлкәне хәрби училищела белем ала. “Улыңдың бында килеүен теләр инеңме?” тигән һорауға яуабы: “Уның үҙенән тора. Приказ булһа, теләгенә бер кем дә ҡарап тормаясаҡ, ҡоралыңды алаһың да – алға! Атай булараҡ, кемдең улын һуғышҡа ебәргеһе килһен инде, тик мужик, илһөйәр булараҡ, ғорур рәүештә әйтәм, илде ир-азаматтар һаҡлай”.
Күптәр “махсус хәрби операцияға килеүселәр аҡса өсөн йөрөй” тигән фекерҙә. Бәлки, ундайҙар ҙа барҙыр. Ә бына Мөнир Ҡунафин танышҡан “Латип” – Илеш яғынан. Аҡса эшләргә килмәнем, ти. Армияла хеҙмәт иткән, автомат та тота белмәгән йәштәрҙе күпләп ала башлағас, йәлләп, үҙе лә тәүәккәлләгән. Запорожье, Херсондағы ҡаты һуғыштарҙа булған. Ул осорҙо, ғөмүмән, яу, атыш мәлен бик хәтерләгеһе килмәй. Авторҙың һығымтаһы: артыҡ насар уйҙар менән йәшәгеһе килмәй, ахыры.
Мөнир Ҡунафин гәзит уҡыусыларға “Латип”тың һүҙҙәрен дә еткереүҙе урынлы һанай:
– Халыҡ төрлөсө ҡабул итә, әлбиттә. Китә күрмәгеҙ инде, улайһа, беҙ бөтәсәкбеҙ, тип ялбарыусылары ла бар, ниңә килдегеҙ, тип екеренеүсеһе лә табыла. Колонна менән хәрәкәт иткәндә, сәскә ырғытып, ҡул болғап оҙатыусылар күберәк – шуныһы күңелде йылыта. Бер нисә йылдан беҙҙең хаҡлы икәнде аңлаясаҡ улар. Ысынында фашизм тотҡонлоғонда йәшәгәндәр бит.
Журналист, яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафиндың ябай башҡорт егете хаҡындағы очеркын да, яу яланынан яҙылған юлъяҙмаһын да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип иҫәпләйем.
Факил МЫРҘАҠАЕВ