

Ҡазан ҡалаһында XX Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивале уҙҙы. Унда Башҡортостандан Дамир Тайыпов Гран-при яуланы. Ул - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт филармонияһы солисы.
"Гран-при! Ҙур, мәртәбәле конкурста ҙур урын алыуыма шатмын! Һәм әлбиттә конкурс етәксеһе Рифат Әхмәт улына, барлыҡ ойоштороусыларға, жюри ағзаларына, конкурсанттарға, мине ошо конкурсҡа әҙерләгән вокал уҡытыусыларыма, Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Илдус ҡыҙы Әсәҙуллинаға, Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселегенә, Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтемде еткерәм!" - тигән йырсы үҙенең сәхифәһендә.
Дамир Тайыповты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фото: https://vk.com/damirtaipov