Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Сентябрь 2023, 21:07

Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды

Балтас халҡына XVIII быуат мәғрифәтсеһе тураһында иҫтәлекте һаҡлап ҡалған өсөн рәхмәт белдерҙе ул.

Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды

20 сентябрҙә Балтас районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XVIII быуаттың билдәле мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) музейында булды. Уны Иҫке Балтас ауылында 1990 йылда асалар.

2003 йылда учреждение 100 квадрат метр майҙанлы яңы ағас бинаға урынлаштырыла. Уның ике залының береһендә Батыршаның тормошо һәм ижады тураһында экспозиция, ә икенсеһендә этнографик күргәҙмә ҡуйылған.

Музей директоры Рәфис Шәйхәйҙәров экспонаттар араһында Батыршаның 100-ҙән ашыу ҡулъяҙмаһы барлығын һөйләне. Уларҙың иң ҡиммәтлеһе – императрица Елизаветаға яҙған хаттың күсермәһе. Тарихи документтың төп нөсхәһе Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында һаҡлана. Тарихи-сәйәси, социаль-иҡтисади, этика-фәлсәфәүи трактаттың 150 битендә башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте тураһында баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт тупланған. Йыл һайын Батырша музейына 6 меңгә яҡын кеше килә.

Республика Башлығы музей экспозицияларын ҡараны һәм почетлы ҡунаҡтар китабына теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.

- Башҡортостан үҙенсәлекле тарихи шәхестәргә бай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Уҙған аҙнала беҙ Емельян Пугачевтың көрәштәштәренең береһе, башҡорт старшинаһы, хәрби начальник Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналарына барҙыҡ. Ә бөгөн беҙ - Батырша музейында. Балтас халҡы XVIII быуат мәғрифәтсеһе тураһында иҫтәлек һаҡлай. Бының өсөн уларға рәхмәтлемен.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170651.html

Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Радий Хәбиров Иҫке Балтас ауылында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музейҙа булды
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: