

Киң ҡатлам уҡыусылар араһында күптән инде журналист, шағир, прозаик һәм драматург булараҡ танылыу алған Мөнир Ҡунафиндың ижади эҙләнеүҙәрен мин ысын мәғәнәһендә тормошобоҙҙо камилыраҡ, донъябыҙҙы яҡтыраҡ итеүсе тос фекер, сағыу рух, нескә күңел емештәре тип күрәм. Был уй-фекеремде юҡҡа ғына әйтмәйем. Уның ижадына күптән инде иғтибар итә киләм. Донъя күргән һәр әҫәре, гәзит-журнал биттәрендә урын алған һәр интервьюһы, һәр очеркы, һәр мәҡәләһе һәм эссеһы тормошсан самимилығы, фәлсәфәүи тәрәнлеге, уҡымлы булыуы менән күңел түрендә шунда уҡ урын ала. Уйландыра ла, һыҙландыра ла, рухландыра һәм сәмләндерә лә, фәһем һәм ғибрәт алырға ла саҡыра, ҡыҫҡаһы, тормоштоң яҡты яғына сығырға әйҙәй улар беҙҙе.
Мөнир Ҡунафиндың тормошто бөтә ҡатмарлы ҡаршылыҡтарында һәм күп ҡатлаулыҡтарында киң офоҡло, тәрән фәлсәфәле сағылдырған, шул уҡ ваҡытта бик тә халыҡсан, уҡымлы стилдә яҙылған әҫәрҙәр тыуҙырыуының нигеҙендә тиҫтәләрсә йыл республикабыҙҙың төп гәзит-журналдарында эшләүе, халыҡ менән киң аралашҡан, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ныҡ ҡыҙыҡһынған, киләсәге хаҡында янып уйланған, тормоштоң уртаһында ҡайнаған ҙур тәжрибәле журналист, публицист булыуы яталыр, тип уйлайым. Оҙайлы йылдар “Йәшлек” гәзитендә бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, “Ватандаш” журналында бүлек мөдире, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире булып эшләү дәүерендә лә ул үҙен ваҡытлы матбуғат биттәрендә бихисап аналитик мәҡәләләр, әңгәмәләр баҫтырған, радио һәм телевидение аша әллә күпме фәһемле сығыш яһаған, кеше психологияһын, тормошто тәрән һәм нескә аңлаусы, интеллектының бейеклеген, фекерләү киңлеген һәм осошон сағыу күрһәткән талантлы публицист һәм шағир, шунан инде прозаик һәм драматург итеп танытты. Уның киң ҡоласлы ижади эҙләнеүҙәре Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, профессор Рафаэль Аҙнағолов, БФА-ның мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров, Башҡортостан журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Үтәбай, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зәки Әлибаев һәм башҡалар тарафынан бик юғары баһаланды, киләсәктә лә баһаланасаҡ әле.
Республикабыҙ етәкселеге Мөнир Сәхиулла улын “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире вазифаһына тәғәйенләп һис тә яңылышманы. Бынан рухи-мәҙәни тормошобоҙ отто ғына. Һүҙ сәнғәтебеҙ – әҙәбиәтебеҙ, журналистикабыҙ баҫмаһы йөкмәткеһе йәһәтенән дә, формаһы яғынан да өр-яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Ҡалыплашып, үҙенә бер нормативлыҡҡа әүерелеп киткән тар традицияларҙан арынып, ул ысын мәғәнәһендә икенсе һулышын, масштаблы һәм тәрән рухи-мәҙәни эҙләнеү, тарихи объективлыҡ, тормошсан халыҡсанлыҡ этабын кисерә башланы. Уҡыусы быны тиҙ тойомланы. Күптәр журналдың сираттағы һанын көтөп ала, хуплау, һоҡланыу һүҙҙәрен әйтә, фекер алыша башланы. Үҙем дә яҙҙыртып алдыртҡан ярайһы күп баҫмалар араһынан иң элек “Ағиҙел”де ҡулға алам, ундағы фәһем һәм ғибрәтле һабаҡ алырлыҡ әҫәрҙәрҙе һәм публицистик сығыштарҙы айырыла алмайынса уҡып сығам. Бында, миңә ҡалһа, тәжрибәле журналист, әҙип-мөхәррирҙең көслө ойоштороусы, замандың көнүҙәк проблемаларын тотоп ала белгән алдынғы ҡарашлы, иркен уй-фекерле, азат рухи тәбиғәтле инсан булыуының роле бик ҙур.
Мөнир Ҡунафиндың Тыуған иле, халҡы тормошона ифрат яҡын торған, уның уртаһында ҡайнап, проблемаларын йөрәге аша үткәреп йәшәгән, бөгөнгө журналистикабыҙҙың алғы һыҙығында барған ҙур ижадсы булыуына оло Ватаныбыҙ Рәсәйҙең Украинала алып барған махсус хәрби операцияла 24 йәшендә генә батырҙарса һәләк булған яугир, Тәтешле районы егете Фәнис Хөсәйенов хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә быйыл баҫылған “Бер ғүмер етмәй икән” тигән күләмле очерк-портретын уҡып сыҡҡас, йәнә бер инандым. Был ижад емеше Башҡортостанда һәм унан ситтә ҙур резонанс тыуҙырҙы, уға артабан республикабыҙҙа күп баҫмалар үҙ биттәрендә урын бирҙе. Шулай уҡ интернет селтәрендә лә уны ғорурлыҡ тойғоһо кисермәйенсә, тетрәнмәйенсә, күҙ йәшенә мансылмайынса уҡыу мөмкин түгеллеге хаҡында яҙыуҙар, йәш башҡорт ҡаһарманы тураһында одалар, шиғырҙар барлыҡҡа килде. Әйтеүҙәренсә, социаль селтәрҙәрҙә очеркты уҡыусылар һаны бер нисә миллион менән иҫәпләнә. Башҡорт телендәге мәҡәләләрҙең улай уҡ ете урынлы һандар менән “эш” иткәне юҡ ине шикелле.
Очерк-портрет үҙе иһә айырым китап рәүешендә баҫып сығарылып, әле махсус хәрби операция биләмәләрендә илебеҙ именлеге өсөн ғүмерен аямай көрәшкән яҡташтарыбыҙ ҡулына барып етте. Быларҙың барыһы ла юҡҡа түгел. Авторҙың тормошто, кешенең күңел торошон аңлай белеүе, шуларҙы төрлө яҡлап уҡымлы тел менән аҡыллы итеп күрһәтеп биреүе бик көслө, нескә һәм тәьҫирле. Очерк-портретта Фәнистең бала, үҫмер саҡтары, алсаҡ күңелле, ихлас аралашыусан, эҙләнеүсән, тиктормаҫ, ярҙамсыл, илһөйәр тәбиғәтле егет булып формалашыуы, тап ошо сифаттарҙа уның башҡорттоң Тыуған иле-ере өсөн Салауат Юлаев, Ҡаһым Мырҙашев, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Миңлеғәле Шайморатов кеүек меңәрләгән батырҙары яһаған ҡыйыу аҙымға барыуының ерлеге булыуы уның һаҡланып ҡалған ҡулъяҙмаларындағы ғәжәп төплө һәм фәһемле уй-фекерҙәрен, әсәһенең, уҡытыусыларының, класташтарының, дуҫ-иштәренең һәм уны яҡшы белгән өлкән кешеләрҙең һөйләгәндәрен ҡулланыу һәм синтезлау аша күрһәтелә, бик күптәргә өлгө булырҙай итеп сағыу асып бирелә.
Талантлы әҙип, ҙур журналист Мөнир Ҡунафиндың, махсус хәрби операция биләмәһенә барып, заманында төрлө вазифалар, эштәр башҡарған, бөгөн иһә илебеҙҙең именлеген, киләсәген һаҡлау, тимәк, беҙҙең һәммәбеҙҙең дә киләсәк яҙмышы һәм булмышы өсөн йәндәрен аямай алышҡан яҡташ яугирҙәребеҙ менән, хәрби журналистар кеүек бронежилет, шлем-каскалар кейеп, окоп-блиндаждарҙа туранан-тура аралашып, аш-һыуҙарын бергә тәғәм итешеп, тормошҡа, ысынбарлыҡҡа, Тыуған илебеҙҙәге һәм бөтә донъялағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата уларҙың мөнәсәбәтен, уй-ҡарашын, хис-тойғоһон сағылдырған ғәжәп бай материал туплап ҡайтыуы йәнә бер тапҡыр уның һүҙенән эше айырылмаған ҡыйыу, бөтмөр ижади шәхес булыуын дәлилләй. Ә инде уның был материалды тиҙ арала бер системаға һалып, халыҡҡа “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” тигән тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле баш менән киң фекерле, ифрат фәһемле һәм уҡымлы юлъяҙмалар рәүешендә еткереүе – үҙе бер талант күрһәткесе.
Унда автор тормошобоҙҙағы ыңғай, матур яҡтарҙы ла, кире күренештәрҙе лә панорамалағы кеүек асып һала. Нишләй беләһең, унда әле йәмғиәттең үҙенә биргәнгә ҡарағанда, унан күберәкте талап итеп, еңелде генә көҫәп йәшәгән “ждундар” ҙа, маңлай күҙен генә түгел, күңел күҙен дә аҡса, байлыҡ ҡаплаған, шулар хаҡына хатта илен, халҡын һатырға әҙер торған бәндәләр ҙә етерлек. Ә шулай ҙа, бәхеткә күрә, халҡыбыҙҙың күңел донъяһы ҡорғаҡһымаған, берҙәмлек, дуҫлыҡ-туғанлыҡ, яҡты киләсәккә ынтылыш, дөрөҫлөк тантанаһы, ил-ҡор именлеге өсөн көрәш тойғоһо алҡынып тора. Ана бит ир-егеттәребеҙ, атай-олатайҙарыбыҙҙың әлмисаҡтан килгән илһөйәрлек традицияларына тоғро ҡалып, “13-сө” позывнойлы Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтан алып әле өйләнмәгән дә йәш кенә шоферға тиклем ошо тойғолар менән неонацизм идеологияһы шауҡымына бирелгән украиндарҙың, ҡулдарына автоматтарҙан алып ракеталарға тиклем тоттороп, Рәсәйҙе юҡ итергә ынтылған НАТО илбаҫарҙарына ҡаршы берҙәм рәүештә күтәрелде. Автор яугир ир-егеттәребеҙ йөҙөндә халҡыбыҙҙың ошо уй-тойғолар донъяһын, башҡарған эштәренең изге бөйөклөгөн фәлсәфәүи яҡтан ғына түгел, сәйәси, иҡтисади, социологик йәһәттән дә бөтә киңлегендә асып бирә.
Ҡыҫҡаһы, талантлы журналист һәм әҙип Мөнир Ҡунафиндың көн ҡаҙағына һуҡҡан был ижад емештәре – бөгөнгөбөҙ өсөн генә түгел, киләсәгебеҙ өсөн дә ифрат мөһим, торғаны бер тормош дәреслеге ул. Уларҙың бөгөн “Үҙ күҙҙәрең менән” (“СВОими глазами”) тигән баш менән бер бөтөн китап рәүешендә донъя күреүе бер шатлыҡлы күренеш булһа, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүе – айырыуса ҡыуаныслы хәл. Иманым камил, улар был премияға бик тә лайыҡ.
Тәлғәт СӘҒИТОВ