

Башҡортстандың атҡаҙанған артисы Радиҡ Юльяҡшин (Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһай) көйәрмәндәргә үҙенең ауырыуы тураһында хәбәр итте. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, сығыштан һуң уның хәле насарайған.
– Бер аҙ ауырып киттем: бөгөн концерттан һуң тауыш ултырҙы. Үҙемә иретмә әҙерләнем. Кисә, күрәһең, һыуыҡ үткәргәнмен, шуға күрә шунда уҡ йөн ойоҡбаш кейҙем һәм мейескә. Мин олатай кеүек, – тип уртаҡлашты Элвин Грей.
Йырсы, ауырыуына ҡарамаҫтан, Ижевск ҡалаһына киләһе концертын ҡуясағын белдерҙе.
Фото: t.me/bashkiria_ru/