Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2023, 07:14

Тәтешлегә үҙем ебәрҙем

Һәр мәҡәләһе тәмле проза әҫәрен хәтерләтә.

Заманаһының һыҙланыуҙарын тойған һәм сисеү юлдарын абайлаған шәхес булғанда ғына, журналистың аныҡ фекере, төплө ҡарашы була, сөнки ул ғына теге йәки был ваҡиғаның асылын мейеһе аша мең иләктән үткәреп, һығымтаға килә ала. Мөнир Ҡунафин байраҡ болғап, алғы сафтарҙа күренеп барған журналистарҙан да түгелдер, бәлки.  Шәхесе лә, ижады ла уның – тын һәм тәрән аҡҡан мул һыулы йылға: журналист булараҡ, үҙенсәлекле әҫәрҙәре, аҡыллы һығымталары менән йәмғиәттә фекер уятып, күптәрҙе, бик күптәрҙе үҙ артынан эйәртергә һәләтле. Ил тойғоһо, милләт хәстәре тигән, эйе, оло төшөнсәләрҙе белеп, аңлап эш итеүҙән килә был.

Ҡәләм оҫтаһы булараҡ, Мөнир Сәхиулла улы үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте, фиҙакәр эшмәкәрлеге, яҙған мәҡәләләре менән уҡыу­сыларында туған телгә, илгә, халыҡҡа ҡарата һөйөү, көс һәм мөхәббәт тәрбиәләй, уларға алға барырға байраҡ тоттора. Был – оло һәм яуаплы йөк, бурыс та! Ошо яуаплылыҡты ғүмер буйы аңлап, нескә тойоп күтәреп барырға кәрәк – Мөнир быны яҡшы белә.

Ул геройының бар булмышын, эшен йә ҡыланышын психологик планда бик нескә һәм аныҡ асып биреү маһирлығына эйә. Был йәһәттән дә уҡыусыһын бик ылыҡтыра журналист. Ә инде “Йәшлек” гәзитендә бер осорҙа эшләгән йылдарҙа уның  форма йәһәтенән эҙләнеүе беҙҙе хайран итә ине. Элек әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә ултырыусылар, һәр һан һайын тигәндәй, теге йәки был саранан репортаж бирә торғайны. “Булды-үтте”, “сығыш яһаны, шулай тип белдерҙе” кеүек тапалып бөткән фекер генә түгел, һөйләм-һүҙҙәрҙән  уҡыусы ла, автор үҙе лә ялҡып бөтә ине.

Ә Мөнир ялҡытманы, иҫләйем, ул хатта репортаждарҙы йә поэма, йә әкиәт, йә парса итеп тә яҙа ине. Эҙләнде, әле лә эҙләнә. Стиль-жанр йәһәтенән дә. Әңгәмә-интервьюларын уҡып туйып булмай, сөнки әңгәмәсеһенең эс-бауырына, шөғөлләнгән өлкәһенең асылына, төбөнә тиклем төшөнмәйенсә туҡтамай. Оҙон очерк булһынмы, йә төплө портрет яҙһынмы, ҡыҫҡа ғына ябай мәғлүмәт бирһенме – Мөнир менән, йәғни автор менән рәхәт, уның менән бергә йөрөйһөң, бергә уйлайһың, сөнки теле иҫ киткес бай, зауыҡлы һәм аңлайышлы, һәм иң мөһиме – материалда бысраҡлыҡ юҡ, хатта иҫ киткес оло проблемалар күтәрелһә лә, яҡты һәм яҡшы тормошҡа ынтылыш алғы планға ҡуйыла, ҡара уйлы кире геройҙы ла күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәндә лә, автор ҡәләменең нуры уны аҙаҡтан ҡыҙғанырға, йәлләргә мәжбүр итә. Бына ҡайҙа ул ҡәләм көсө! М. Ҡунафин – ҡояшлы яҡта ижад итеүсе журналист.

Тағы шуныһы: Мөнир Ҡунафин өсөн яҙыусылыҡ хеҙмәте менән журналистика эше араһында сик юҡ һымаҡ. Ябай ғына һүрәтләмәне лә ижад бейеклеге кимәлендә яҙғанға күрә лә, уның һәр мәҡәләһе бер тәмле проза әҫәрен хәтерләтеп тә ҡуя.  

Мөнирҙең журналистикалағы ҡаҙанышы шунда: көндәлек проблемалар, ябай көнкүреш мәсьә­ләләрен күтәргәндә лә, быуаттар арауығын алырҙай фекерҙәрен белдергәндә лә, журналист ҡәләме дәүер менән эш итә, заманының рухын аса, үҙ заманаһы ҡиммәттәрен күтәрә.

Үҙенсәлекле яҙмышлы сая, ҡурҡыу белмәҫ Фәнис Хөсәйенов хаҡында яҙырға, йәшермәйем, Мөниргә үҙем тәҡдим иттем. Бындай бер яҡлы ғына булмаған, тормошо менән дә, ҡылғандары менән дә һәр аҙымында бай тарихлы, абынғанда ла, ҡабынғанда ла эҙһеҙ ҡалмаған геройҙы М. Ҡунафин кеүек оҫталар ғына психологик яҡтан нескә итеп һәм бар образын тулы килеш, уның яҡындарының Фәнискә  ҡағылыш­лы хәтер-күңел биттәрен әрнетерлек, уйландырыр­лыҡ, һағындырырлыҡ итеп аса аласағын белгәнгә күрә тәҡдим иттем дә. Һәм автор был очеркы менән Фәнисте халыҡ улына, халыҡ батыры дәрәжәһенә күтәреү­ҙә бик тос өлөш индерҙе.

Ә инде МХО биләмәһендә булып, унда күргәндәрен йәнле тел менән ижад итеп, яугир яҡташтары­быҙҙың уй-кисерештәрен түкмәй-сәсмәй еткереп, әҫәрендә ул үҙенең гражданлыҡ позицияһын асыҡтан-асыҡ сағылдырҙы. Һуңғы ун йыл эсендә башҡорт журналистика­һында бындай күләмле һәм уйландырғыс юлъяҙма булғаны юҡ ине шикелле. М. Ҡунафиндың хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ!

- Азамат ЮЛДАШБАЕВ

Читайте нас